Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 18:30

Башҡортостанда "Белоруссия" тракторҙары йыйыласаҡ

Ике арала килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанда "Белоруссия" тракторҙары йыйыласаҡ
Башҡортостанда "Белоруссия" тракторҙары йыйыласаҡ

Мәскәүҙә үткән "Агросалон" халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Белоруссияның алдынғы машиналар эшләү предприятиеһы – Минск трактор заводы генераль директоры Виталий Вовк тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

"Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағында Минск трактор заводы техникалары - иң йыш осрағандарҙан. Белоруссиялағы хеҙмәттәштәребеҙ менән киләһе йылда завод дилерҙары аша республикаға кәмендә 200 берәмек Белоруссия ҡорамалдары килтереләсәк тип килештек", — тине Илшат Фәзрахманов.

Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә һатыу маҡсатында "Матрица Универсал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында "Белоруссия-2103" тракторҙары етештереүҙе үҫтереү планлаштырыла. Киләһе йылда 50-нән ашыу сылбырлы трактор ҙа йыйыу ҡаралған. Беҙҙең белгестәр Минск ҡалаһына барып белемен камиллаштырасаҡ.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: