Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 20:30

Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы үҫешенә - яҡшы баһа

Республика Башлығы Радий Хәбиров - XXIV "Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә.

Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы үҫешенә - яҡшы баһа
Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы үҫешенә - яҡшы баһа

Бөгөн Мәскәү өлкәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың рәсми делегацияһы етәкселегендә XXIV "Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты. Сара агросәнәғәт комплексы аҙналығы сиктәрендә "Патриот" конгресс-күргәҙмә үҙәгендә үтә.

Башҡортостандың эскпозиция стенды республиканың ауыл хужалығы өлкәһендәге мөһим ҡаҙаныштары һәм ҙур тармаҡ проекттары менән таныштыра. Уның эргәһенә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Виктория Абрамченко һәм илдең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл төбәк аграрийҙарының мул иген уңышы - биш миллион тонна йыйып алыуҙары хаҡында һөйләне.

- Һуңғы тапҡыр бындай һөҙөмтә беҙҙә 1986 йылда теркәлгәйне, әлеге уңышҡа бик шатбыҙ. Уның нигеҙендә - ауыл хужалығы тармағын яңыртыу, шул иҫәптән республика ярҙамы менән. Төбәктә техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайбыҙ. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан һуңғы биш йылда 8,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Өс йыл элек "Росагролизинг" менән тығыҙ эшләй башланыҡ. Техниканың лизинг тәьминәте күләме буйынса республика тотороҡло рәүештә илдә тәүге урындарҙы биләй. Рәсәй Хөкүмәтенә һәм илдең Ауыл хужалығы министрлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Михаил Мишустинға республикала ауыл ипотекаһы программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һөйләне.

- Был беҙҙең аграрийҙар өсөн бик кәрәк. Башҡортостанда бөтәһе 11 миллиард һумлыҡ льготалы кредиттар бирелде. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә алдынғы. Шуның менән бергә тағы ла 20 миллиард һумлыҡ ипотека займдарына ихтыяж бар, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһында ла әүҙем ҡатнаша.

- Федераль ярҙам арҡаһында республика халҡының 38 проценты йәшәгән ауылдарыбыҙҙы тәртипкә килтерәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев 2023 йылға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын финанслау күләме быйылға ҡарағанда юғарыраҡ буласағын хәбәр итте. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫеше динамикаһын ыңғай баһаланы. Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы төбәктең агросәнәғәт комплексын модернизациялауҙың төп бурыстары хаҡында һөйләне.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: