Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 12:30

Белгестәргә һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ

10 – 14 октябрҙә Бөтә Рәсәй “Ипотека-2022. Яңы ҡағиҙәләр һәм мөмкинлектәр” онлайн-марафоны була.

Белгестәргә һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ
Белгестәргә һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 10 – 14 октябрҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге һәм Телеграмдағы “Минең финанс” һәм “ДОМ.РФ” аккаунттарында “Ипотека-2022. Яңы ҡағиҙәләр һәм мөмкинлектәр” онлайн-марафоны үткәрелә. Сараны Рәсәй Финанс министрлығы ҡарамағындағы Ғилми-тикшеренеү финанс институты ойоштора.

- Быйыл марафонда ҡатнашыусылар ипотека кредиты мөмкинлектәре тураһында беләсәк, Рәсәй Финанс министрлығы, ДОМ РФ, Рәсәйҙең Үҙәк банкы эксперттарына һорауҙарын бирә аласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Эфирҙан һуң ҡатнашыусыларға финанс грамоталылығы һәм ипотека темаларына конкурс тестары тәҡдим ителәсәк.

Фото: vosadu-li-voge.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: