

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яңы яҙма ҡуйған. Унда шулай тиелә:
"Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ" ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Владимирович Мишустинға республикабыҙ халҡы исеменән ике программа өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙем. Беренсеһе - ауыл ипотекаһы. Ул Башҡортостанда ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, бирелгән займдар буйынса беҙ илдә беренсе урынды биләйбеҙ. Ауыл ипотекаһы арҡаһында 5,6 мең ғаиләбеҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Хәҙер программаның ваҡыты сикләнмәгән һәм ул беҙгә үҫеш өсөн яңы яҡшы мөмкинлектәр бирә.
Икенсеһе - ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү. Ошо программа сиктәрендә финанслау күләме буйынса республика Рәсәйҙә – икенсе урында. Ул беҙгә торлаҡ йорттар, медицина учреждениелары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, парктар төҙөргә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ Михаил Владимировичҡа эшсәндәребеҙҙең быйыл биш миллион тонна иген йыйып алыуҙары хаҡында һөйләнек. Был хәл 1986 йылдан һуң тәүге тапҡыр булды. Илдәге аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән был Башҡортостандың дөйөм эшкә индергән яҡшы өлөшө булып тора.
Алда тағы ла бихисап пландар һәм эштәр бар".
Фото Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.