Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 15:30

“Ленин йорто”ноң алданған өлөшсөләре фатирҙарын аласаҡ

Был төҙөлөш ойошмаһының бөлгөнлөк эше күптән түгел башланды, уның арҡаһында 249 кеше зыян күреп өлгөргән.

“Ленин йорто”ноң алданған өлөшсөләре фатирҙарын аласаҡ
“Ленин йорто”ноң алданған өлөшсөләре фатирҙарын аласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Ленин йорто” торлаҡ комплексы алдындағы майҙанда үткәрелгән брифингта ошо объекттағы эш барышы менән таныштырҙылар.

“Госстрой-Стандарт” төҙөлөш ойошмаһының бөлгөнлөк процедураһы быйыл сентябрҙә башланғайны, был йортта 249 кеше фатир алырға тейеш, йортто файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2023 йылдың өсөнсө кварталына тәғәйенләнгән”, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Министр урынбаҫары өлөшсөләрҙең әүҙемселәр төркөмөн төҙөлөш майҙансығына айына бер тапҡыр индерергә рөхсәт бирергә ҡушты. Төҙөлөштө хәҙер “Садовое кольцо” компанияһы алып бара, октябрь уртаһында ул, был объекттан тыш, “Ағиҙел” торлаҡ комплексында ла эш башларға планлаштыра.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: