Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 14:30

Тракторҙар ташламалы хаҡ менән һатыла

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Петербург трактор заводы” акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Тракторҙар ташламалы хаҡ менән һатыла
Тракторҙар ташламалы хаҡ менән һатыла

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Петербург трактор заводы” акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул “Агросалон” халыҡ-ара форумы сиктәрендә ойошторолдо. Ошо килешеү нигеҙендә бынан ары Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә “Кировец” маркалы тракторҙы һәм уға запас частәрҙе һатып алғанда биш процент ташлама яһаласаҡ.

– Республикабыҙҙың агросәнәғәт косплексында “Кировец” тракторҙарына ихтыяж ҙур, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Әле беҙҙәге ауыл хужалығы етештереүселәрендә ошо тракторҙар бер меңдән ашыу иҫәпләнә. “Кировец” тракторҙары дөйөм автопарктың ете процентын тәшкил итә, улар егерме йыл элек алынған.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикабыҙ автопаркын “Кировец” таркторҙары менән тулыландырыуҙы тиҙләтеү зарур, йыл һайын кәмендә 150 берәмек тарктор һатып алырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: