Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 13:30

Юл ыңғайы түлә!

6 октябрҙә был сара Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдында була.

Юл ыңғайы түлә!
Юл ыңғайы түлә!

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы “Юл ыңғайы түлә!” акцияһын ойоштора. Сара граждандарҙың 2021 йыл өсөн милек һалымын түләү буйынса мәғлүмәт кампанияһының башланыуына арналған.

Акцияның төп маҡсаттары – Башҡортостан халҡының һалым грамоталылығын күтәреү, граждандарҙың һалым түләү тураһындағы иҫкәртеү ҡағыҙҙарын алыуы, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет” һәм “Һалымды һәм һалым иғәнәләрен түләү” интерактив хеҙмәттәренән файҙаланыу. Быларҙың барыһын да өйгә ҡайтҡанда, эшкә, ҡунаҡҡа йәки бала артынан балалар баҡсаһына барғанда һәм башҡа осраҡта түләргә мөмкин.

Өфөлә - “Нуль километр” билдәһе мобиль һалым хеҙмәтенең үҙенә күрә бер ебәреү нөктәһе буласаҡ. Тап ошо нөктәнән 4 октябрҙә мобиль һалым хеҙмәте үҙ эшен башланы. Унда һалым түләүселәр мөрәжәғәт итә ала. Ошо уҡ көндө брендлы микроавтобус “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, Өфө Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа туҡталды. 6 октябрҙә ул Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдында була.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре мобиль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәндәргә милек өсөн һалым түләү тураһындағы иҫкәртеү ҡағыҙҙарын бирәсәк, һалым тураһындағы закондар һәм башҡалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе әйтәсәк.

Октябрь айында республика райондарына сығып эшләү планлаштырылған, сөнки граждандарҙың һалым органдарына мөрәжәғәттәренән күренеүенсә, күп кенә һорауҙар һалым түләүгә ҡайтып ҡала.

Шулай итеп, Федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы һалым түләү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны 7(347) 226-38-00 буйынса ғына мәғлүмәт биреп ҡалмай, урындарға ла сыға.

Фото: sterlegrad.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: