

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ил Президенты Владимир Путиндың дүрт яңы төбәкте Рәсәй составына алыу тураһындағы законға ҡул ҡуйыуынан һуң был ваҡиғаға ҡарата фекерен белдерҙе.
“Хәҙер рәсми рәүештә күңелдә йөрөткән уй-фекерҙе әйтергә була. Рәсәй Президенты Владимир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын, шулай уҡ Запорожье һәм Херсон өлкәләрен Рәсәй Федерацияһы составына алыу тураһындағы закондарға ҡул ҡуйҙы.
Тарихи Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтың ихтыяры законлы рәүештә рәсмиләштерелде. Ә беҙ ҙур үҙгәрештәр һәм дәүләтебеҙҙең мөһим аҙым эшләгән дәүерҙең шаһиты булып торабыҙ. Әммә алда ҙур бурыстар көтә. Ҡалаларҙы тергеҙеүгә, инфраструктура, эш урындары булдырыуға аҡса бүлеү өсөн инвестициялар йәлеп итергә кәрәк. Әле Рәсәй Федерацияһында 89 төбәк бар. Был төбәктәр үҙ-ара ла, башҡа дәүләттәр менән дә хеҙмәттәшлек итә, шуның менән иҡтисади мөхитте нығыта.
Ҡырым ярымутрауы өлгөһөндә ҡушылыуҙың нисек булғанын иҫкә төшөрәйек. Ҡырым башлығы Сергей Аксёнов менән берлектә 2015 йылда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын ойошторҙоҡ. Беренсе форумда 13 дәүләт кенә ҡатнашты, уларҙың һаны йыл һайын арта бара. 2019 йылда юбилей форумында Ҡырым донъяның 89 иленән 807 сит ил делегатын ҡаршы алды!
Форум ошо йылдарҙа халыҡ-ара фекер алышыу һәм инвестиция майҙансығына әүерелде һәм Рәсәйҙә үткәрелгән төп форумдар араһында үҙенең лайыҡлы урынын алды. Ошо миҫал бер нимәне дәлилләй: беҙ ҡурҡманыҡ һәм ахыр сиктә Давос менән ярышҡан майҙансыҡ төҙөнөк. Сит ил кешеләре өсөн бәхәсле тип һаналған ерҙе һайланыҡ. Һөҙөмтәлә Ҡырымға бөтә донъянан ҡунаҡтар килде. Ярымутрау бизнес һәм яңы идеялар йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде.
Йәлеп ителгән инвестициялар сиктәрендә Ҡырым төҙөлә башланы: яңы предприятиелар асылды, ҡала инфраструктураһына төҙөкләндерелде, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелде — тормош яйға һалынды. Башҡа төбәктәрҙән форумда ҡатнашыусылар сит ил партнерҙары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйып күп өҫтөнлөктәр алды. Рәсәйгә яңы ҡушылған биләмәләрҙә ошо уҡ эштәрҙе атҡарырға тейешбеҙ.
Республика министрлыҡтарына яңы биләмәләргә лә, республикабыҙға ла һәр төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында эш башларға ҡуштым. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙең хеҙмәттәшлек гуманитар миссия менән генә тамамланмай", - тип яҙа Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.