Иҡтисад
6 Октябрь 2022, 15:30

Һанлаштырыу буйынса дөрөҫ юлдабыҙ

Сираттағы еңеүҙәр быны дәлилләй.

Һанлаштырыу буйынса дөрөҫ юлдабыҙҺанлаштырыу буйынса дөрөҫ юлдабыҙ
Һанлаштырыу буйынса дөрөҫ юлдабыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикабыҙҙың Бөтә Рәсәй "ПРОФ-ИТ" форумындағы уңыштары менән уртаҡлашты.

"Башҡортостандың һанлы ҡарарҙарының йәнә Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылыуы – дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән алып барылған ҙур эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе. Йыл һайын беҙҙең республика Бөтә Рәсәй "ПРОФ-ИТ" форумында бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2022 йылда беҙ бер юлы ике номинацияла беренсе урынды яуланыҡ.

Башҡортостан Үҫеш идаралығының “Биләмә” төбәк һанлы платформаһы “Биләмәгә идаралыҡ” номинацияһында еңеү яуланы. Ул республика буйынса төрлө мәғлүмәт туплай һәм һөҙөмтәле идаралыҡ ҡарарҙары ҡабул итеүгә булыша.

Беҙҙең икенсе проект – "СИРД – республика рөхсәт документтары килешеүенең мәғлүмәт системаһы” - “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү” номинацияһында беренселекте яуланы. Уның төп маҡсаты – йүнселдәргә инженер селтәрҙәренә тоташыуҙы ябайлаштырыу.

Беҙ Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль идаралығын мөмкин тиклем нығыраҡ һанлаштырырға ынтылабыҙ. Күпселек дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсерергә тырышабыҙ. Ошо рәүешле кеше менән дәүләттең, бизнес менән дәүләттең бәйләнешен тиҙ һәм уңайлы итәбеҙ. Эксперт берләшмәһенең юғары баһаһына ҡарағанда, дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ.

Башҡортостан дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығын һәм ошо эшкә ҡатнашлығы булғандарҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым", - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас