Иҡтисад
6 Октябрь 2022, 11:15

Бурысығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ

Был фатир, бүлмә, йорт, шул иҫәптән торлаҡ булмаған бина булырға мөмкин йәки...

2021 йылдағы милек өсөн 2022 йылдың 1 декабренә тиклем һалым түләнә. Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, был фатир, бүлмә, йорт, шул иҫәптән торлаҡ булмаған бина булырға мөмкин. Мәҫәлән, һарай йәки сауҙа кибете өсөн дә һалым түләү кәрәклеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, ер участкаһы, машина, махсус техника өсөн.

Кешеләргә милек өсөн һалым иҫәпләмәһе һалым түләүселәргә ҡаралған ташламаларҙы иҫәпкә алынып һанала.

Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз, шуға 1 декабргә тиклем түләү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас