

Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Сәнәғәт, энергетик һәм инновацияциялар министрлығы ойошторған уны.
“Беҙҙең форум республикабыҙҙың еңел сәнәғәт тармағы үҫешенә һәйбәт дәртләндергес этәргес булыр тип өмөт итәм, – тине сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, күргәҙмәне асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап. – Бындағы хеҙмәттәштәр менән аралашыу ошо тармаҡ предприятиелары вәкилдәренә ике яҡҡа ла отошло булған килешеүҙәр төҙөү, оҙайлы хеҙмәттәшлеккә башланғыс һалыу мөмкинлеге бирәсәк”.
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарының иркен залдарында Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы һәм башҡа ҡалаларҙың еңел сәнәғәт предприятиелары етештергән продукция өлгөләре ҡуйылғайны.
Ике көн барасаҡ был йыйында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы ойошторған бер нисә “түңәрәк өҫтәл”, еңел сәнәғәт преджприятиелары етәкселәренең студенттар менән осрашыуы, оҫталыҡ дәрестәре, тегеү предприятиеларын автоматлаштырыуҙың исем туйы һәм башҡа саралар үткәреү ҡаралған.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.