Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Октябрь 2022, 13:30

Насар фараздар тормошҡа ашмаған

 Александр Шельдяев Мәскәүҙә ҙур сарала ҡатнашҡан.

Насар фараздар тормошҡа ашмаған
Насар фараздар тормошҡа ашмаған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Мәскәүҙә ҙур сарала ҡатнашҡан.

"Рәсәйҙең Дәүләт Советы кәңәшмәһендә ҡатнаштым, унда сәнәғәт тармағындағы стратегиялар һәм уға ярҙам саралары тураһында һөйләшеү булды, – тип яҙған был турала “Бәйләнештә” төркөмөндә Александр Шельдяев. – Был тармаҡ яңы шарттарға яраҡлаша. Насар фараздар тормошҡа ашманы, октябрь айына сәнәғәттәге күрһәткестәр яҡшы ғына. Быйыл һигеҙ айҙа етештереү сәнәғәтендәге күрһәткестәр үткән йылдар менән сағыштырғанда шул уҡ кимәлдә булған. Хәл-торош тотороҡлана һәм контролгә алынған".

Александр Шельдяев әйтеүенсә, етештереү сәнәғәтендәге берҙәм стратегия ай аҙағына хәтлем илебеҙ Хөкүмәтенә тәҡдим ителәсәк. Стратегия аҙағына тиклем эшләнеп бөткәнсе ярҙамдың яңы механизмдарына, шулай уҡ бюджет сикләүҙәренә төҙәтмәләр индерергә кәрәк буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, илебеҙҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров белдергән.

Фото: Александр Шельдяев.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: