

Бөгөн Мәскәү өлкәһенең “Патриот” паркында республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәйҙең Умартасылар союзы үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек нигеҙендә бергәләп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Әле бында “Алтын көҙ-2022” 24-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе бара. Ҡултамғаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән “Рәсәй Умартасылар союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе ҡуйҙы.
– Умартасылыҡ Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле тармаҡ булып тора, – тине Илшат Фәзрахманов. – Беҙ бал ҡорттарына бик хәстәрлекле ҡарашта, тоҡомдоң таҙалығын һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Республика умартасылары йыл һайын кәмендә биш-алты мең тонна сифатлы бал етештерә.
Документҡа ярашлы, яҡтар үҙ-ара консультация менән алмашып торасаҡ, ойоштороу, мәғлүмәт-аналитика һәм методологик яҡтан ярҙам итешәсәк.
Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2022 йылдың 1 сентябренә республикала барлыҡ хужалыҡ төрҙәрендә 298 мең ҡорт ғаиләһе бар (йыл башына ҡарата 102,7 процент). Шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында – 3,2 мең, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 29,5 мең, граждандарҙың ярҙамсы хужалыҡтарында 265,2 мең ҡорт ғаиләһе аҫрайҙар.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.