

“Башинформ” матбуғат үҙәгендә республикабыҙҙың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина әйтеүенсә, шәхси эшҡыуарҙарға федераль һәм республикабыҙ кимәлендә ҙур ярҙам күрһәтелә. Эшҡыуарҙарҙың барыһы ла социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә. Халыҡтың имен тормошон тәьмин итеү, кешеләргә эш урындары булдырыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта социаль эшҡыуарҙарҙың һаны ла артҡан.
Республикабыҙҙың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры Марсель Кашаповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшҡыуарҙар ташламалы кредиттар менән иркен файҙалана.
Башҡортостан кесе эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы директоры Илһам Закиров һөйләүенсә, эшҡыуарҙарға өс йылға хәтлем, йылына алты процент ставка нигеҙендә, биш миллионға тиклем кредит бирелә. Мәҫәлән, ауылда ире лә, ҡатыны ла шәхси эшҡыуар икән, улар ун миллион һум күләмендә кредит юллай ала.
Төбәк буйынса “Промсвязь” акционерҙар йәмғиәте директоры Илдар Сафин билдәләүенсә, микрокредит ойошмалары эре банктарға бер нисек тә конкурент була алмай, киреһенсә үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр.
Фото: Илдар Аҡъюлов.