

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә шулай тип яҙҙы:
“Иран, санкцияларға ҡарамаҫтан, иҡтисадын тотороҡло һаҡлап ҡалыуҙан тыш, сифатлы тауарҙар һәм продукттар етештерә башланы. Беҙҙең сауҙа-иҡтисади өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә килгәндә, шуны әйтергә була – яңы дәүләт-ара килешеү әҙерләнә, ул илдәребеҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен стратегик хеҙмәттәшлек кимәленә күтәрәсәк”, – тип яҙҙы Андрей Геннадьевич.
Башҡортостан менән Иран араһындағы тауар әйләнеше тиҙ үҫә бара: 2021 йылда ул 6,7 тапҡырға артты. “Был бик ҙур алға китеш! “ – ти Премьер-министр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы: 2023-2024 йылдарҙа Иран менән беҙҙең республика араһындағы тауар әйләнешен арттыра барыуҙы дауам итергә.
Фото: bashinform.ru.