

Өфөлә барған “Еңел сәнәғәт-2022” форумының аҙаҡҡы көнөндәге “Еңел сәнәғәт хәҙерге шарттарҙа. Үҫеш нөктәләре” пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
“Донъялағы тауар әйләнешенең ике проценты ғына Рәсәйҙең еңел сәнәғәт тармағына тура килә, – тине ул. – Был осраҡта уның илебеҙҙең тулайым эске продуктындағы өлөшө 0,2 процентты ғына алып тора. Был Башҡортостанға ла хас: тулайым төбәк продуктында был тармаҡтың өлөшө 0,17 проценттан ашмай. Рәсәй баҙары һуңғы тиҫтә йылда етештереүҙе байтаҡҡа кәметте. Әммә ғәмәлдә ул ил иҡтисады үҫеше драйверҙарының береһенә әүерелергә һәләтле. Тарихыбыҙҙа ундай хәл булғайны инде”.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү буйынса системалы эш алып бара. Һуңғы ике йылда ҡорамалдар һәм материал һатып алыу сығымдарын өлөшләтә ҡаплау, табыш килтерерлек проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 305 миллион һум субсидия бүленгән. Һөҙөмтәлә тармаҡтағы хәл аҡрынлап йәнләнә бара, баҙарға тауар сығарыу арта.
Пленар ултырыштан һуң Премьер-министр республиканың еңел сәнәғәт предприятиеларының бер төркөм алдынғыларына Хөкүмәт наградалары тапшырҙы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.