Иҡтисад
7 Октябрь 2022, 14:30

Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ

Республикала яңы үҙәк асылды.

Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙТорбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ
Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ

Башҡортостанда Транснефть фәнни-эҙләнеү институты филиалының ҙур торба селтәре транспорты үҙәге асылды. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

“Был яңы кластер булып тора, ул республикала торба системаһында ауыр техник мәсьәләләрҙе хәл итәсәк: был үҙәктә фәнни эҙләнеүҙәр үтә. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙә торба һалыу системаһында етештереү буласаҡ. Был - беҙ ынтылған технологик суверенитет!” – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Үҙәктә 13 подразделение эшләй, ҡиммәтле һәм үҙенсәлекле яңы ҡорамалдар урынлаштырылған. Ә коллективта - дүрт фән докторы, 12 фән кандидаты. Тимәк, база ныҡлы һәм был өлкәлә лә республиканы үҫеш көтә.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ
Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ
Торбаны тикшер, тип инәлеп тормаҫбыҙ
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас