Иҡтисад
8 Октябрь 2022, 15:00

Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн кредит каникулы нимәне аңлата?

Ниндәй телефондарҙан ҡайҙа шылтыратырға һәм ниндәй законға таянырға икәнен сайтыбыҙҙа ҡарағыҙ.

Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн кредит каникулы нимәне аңлата?Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн кредит каникулы нимәне аңлата?
Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн кредит каникулы нимәне аңлата?

Кредит каникулы заемсыға кредит йәки заем буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға мөмкинлек бирә. Ваҡытлыса - контракт буйынса хеҙмәт итеү йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыу ваҡытына өҫтәп тағы ла 30 көн. Ташламалы осор 2022 йылдың 21 сентябренән алдараҡ билдәләнә алмай.

Ташламалы осор заемсы махсус хәрби операция барышында бурысын үтәгәндә алған яраларынан, йәрәхәттәренән дауаланыу өсөн дауаханала, госпиталдә ятҡан ваҡытҡа оҙайтыла.

Кредит каникулдары ғәмәлдә булған осорҙа кредиторҙар ваҡытында түләнмәгән бурыс өсөн штраф түләтергә тейеш түгел, әгәр башҡарыу эше асылған икән, уны туҡтатырға бурыслы.

2022 йылдың 7 октябрендәге “Мобилизациялау буйынса РФ Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған кешеләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының кредит килешеүҙәре (заем килешеүҙәре) буйынса йөкләмәләрен үтәү үҙенсәлектәре һәм РФ-тың айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 377-се федераль закон: https://vk.cc/chcYzT

Кредит каникулдары биреү буйынса һорауҙар менән кредит йәки заем алған банктың ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратығыҙ.

Рәсәй Банкыһының "ҡыҙыу бәйләнеше":

  сымһыҙ телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300

  Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыуҙар өсөн: 8 800 300-30-00

  сымһыҙ элемтә операторының тарифтарына ярашлы: +7 499 300-30-00

Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
  122, өҫтәмә номер – 1
  8 (347) 218-19-19

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас