Иҡтисад
8 Октябрь 2022, 13:55

Йыйын һәйбәт кимәлдә үтте

“Өфөләге “Еңел сәнәғәт-2022” форумы һәйбәт кимәлдә үткәрелде”, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Йыйын һәйбәт кимәлдә үттеЙыйын һәйбәт кимәлдә үтте
Йыйын һәйбәт кимәлдә үтте

“Беренсе ошондай йыйын 2020 йылда уҙғарылғайны. 2021 йылдың яҙында уны Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә лә үткәрҙек. Быйыл иһә үҙебеҙҙең республикала ойошторҙоҡ, бер ниндәй санкциялар һәм сикләүҙәр ҙә ҡамасаулай алманы”, – тип яҙҙы министр социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.

Һәм юҡҡа ғына түгел, был форум беҙҙең еңел сәнәғәт өсөн үтә кәрәк ине, ти Александр Шельдяев. Бер майҙансыҡта 64 предприятиеның вәкилдәре йыйылды, улар ҡатнашлығында 17 эшлекле осрашыу үткәрелде, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 70 спикер сығыш яһаны. Форумда Сингапур һәм Үзбәкстан фирмалары ла ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары Үзбәкстандың “Узчармсаноат” ассоциацияһы, балалар өсөн тауарҙар етештереүсе “АИДТ” компанияһы, “Башформа” концерны һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр төҙөнө.

“Уҡыу йорттары ла эшкә һөнәри ҡараштары менән ҡыуандырҙы, улар форум майҙансығында ҡорамалдарҙың нисек эшләүен күрһәтте, студенттар теккән кейем-һалымды ла лайыҡлы күрһәтә алды. Беҙҙең бурыс – тармаҡтың үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу”, – тип яҙа министр.

Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас