

10 октябрҙә Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанға бизнес-миссия етәкселегендә килгән Гомель өлкәһенең өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко менән осрашты. Көн тәртибендә – хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу. 11 октябрҙә делегация вәкилдәре Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙа ҡатнаша.
– Беларусь менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә. Беҙҙе уртаҡ тарих һәм йолалар берләштерә, – тине Радий Хәбиров. – Гомель өлкәһе делегацияһына бик шатбыҙ, уның составында – эшлекле даирәләр вәкилдәре. Үҙ-ара килешеп эш итеүҙе артабан үҫтереү юлдарын ентекле тикшерергә әҙербеҙ.
Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко Радий Хәбировҡа Башҡортостанға саҡырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика халҡын яҡынлашып килгән Республика көнө менән ҡотланы.
– Рәсәй Федерацияһы – беҙҙең стратегик партнер. Беҙ һәр саҡ иңгә-иң терәп хаҡ эш өсөн көрәштек, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Бөгөн, еңел булмаған осорҙа, илдәребеҙ, кешеләр лайыҡлы йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тине Иван Крупко. – Бизнес-миссия ваҡытында Башҡортостанға предприятиеларыбыҙ яңы килешеүҙәргә һәм контракттарға ҡул ҡуйырға планлаштыра, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүгә лә. Гомель өлкәһендә, Башҡортостандағы кеүек үк, һөт малсылығы етди үҫешә. Был өлкәлә тупланған компетенциялар менән алмашырға теләйбеҙ.
Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Гомель өлкәһе башҡарма комитеты араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсаттары буйынса протоколға ҡул ҡуйылды.
Радий Хәбиров шулай уҡ делегация ағзаларын 2023 йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумына саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.