Иҡтисад
10 Октябрь 2022, 17:15

Еңел сәнәғәт артабан нисек үҫешер?

Башҡортостан биләмәһендә еңел сәнәғәт өлкәһендә бөтәһе 300-ҙән ашыу предприятие һәм эшҡыуар эшләй.

Еңел сәнәғәт артабан нисек үҫешер?Еңел сәнәғәт артабан нисек үҫешер?
Еңел сәнәғәт артабан нисек үҫешер?

6-7 октябрҙә Өфөлә үткән “Легпром” тармаҡ форумында Башҡортостандың 30-ҙан ашыу еңел сәнәғәт предприятиеһы ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә уның йомғаҡтары һәм тармаҡты үҫтереү тураһында вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.

Экспоненттар иҫәбендә – Рәсәйҙең, Үзбәкстандың, Ҡытайҙың 60-тан ашыу компанияһы. Предприятиелар күргәҙмәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым, төрлө хеҙмәттәр, сәнәғәт предприятиелары өсөн спорт һәм мәктәп формаларын, кәрәк-яраҡтар, формалар тәҡдим итте. Форумдың экспозицияһын биш меңгә яҡын кеше ҡараны.

Эшлекле программа сиктәрендә эксперттар һәм еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәре тармаҡҡа ярҙам итеү, уны үҫтереү сараларын тикшерҙе. Бының өсөн форум майҙансығында тематик "түңәрәк өҫтәл"дәр, асыҡ лекциялар ойошторолдо. Төп тенденцияларҙы “Хәҙерге заман ысынбарлығында еңел сәнәғәт. Үҫеш нөктәләре” темаһына "түңәрәк өҫтәл"дә тәҡдим иттеләр.

Башҡортостан биләмәһендә еңел сәнәғәт өлкәһендә бөтәһе 300-ҙән ашыу предприятие һәм эшҡыуар эшләй. 2022 йылдың һигеҙ айында тармаҡ 9,2 миллиард һумға продукция сығарған. Был былтырғы кимәлдән 1,7 миллиард һумға күберәк.

Хәҙерге шарттарҙа илебеҙ еңел сәнәғәте өсөн импортҡа бәйлелектән ҡотолоу һәм Рәсәй, дуҫ дәүләттәр баҙарында ҡатнашыуҙы арттырыу төп урынды биләй. Был мәсьәләләр республика булышлығында, шул иҫәптән еңел сәнәғәткә ярҙам итеү дәүләт программаһы сиктәрендә хәл ителә.

– Беҙ был тармаҡты әүҙем үҫтерәбеҙ. Бөгөн баҙар конъюнктураһы урындағы етештереүселәрҙе алға этәреүгә булышлыҡ итә, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы төбәктә мәктәп формаһын етештереүҙең нисек үҫешеүе менән ҡыҙыҡһынды. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 30 муниципалитетта белем биреү учреждениеларының ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып мәктәп формаһын үҙәкләштереп һатып алыуын хәбәр итте. Илебеҙ етештереүселәре бындай кейем дизайнының төрлө варианттарын тәҡдим итә. Шул уҡ мәлдә уға балалар һаулығы өсөн хәүефһеҙлек һәм сифат буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйыла. Күп балалы, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн мәктәп формаһының хаҡы республика ҡаҙнаһынан дотациялар менән ҡаплана.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас