Иҡтисад
10 Октябрь 2022, 16:30

Ике яҡ өсөн дә файҙалы

Киңәйтелгән ултырышта ниҙәр ҡаралды?

Ике яҡ өсөн дә файҙалыИке яҡ өсөн дә файҙалы
Ике яҡ өсөн дә файҙалы

10 октябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Беларусь Республикаһы Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ ике республика предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Кәңәшмәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, берлектәге проекттарҙы артабан тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, төбәктәр хеҙмәттәшлекте дауам итә һәм үҙ-ара файҙалы бәйләнеш нөктәләрен эҙләй, иҡтисади партнерлыҡты нығытыу бара, тип билдәләне Андрей Назаров.

– Белоруссиянан тауар килтереү тәүге ярты йыллыҡта дүрттән бер өлөшкә тиерлек артҡан. Рәсми делегациябыҙҙың Минскиға визиты сиктәрендә уҙған йылдың декабрендә Башҡортостандың “Офис-төркөм” конгресс-бюроһының Белоруссия вәкиллеге асылды. Уның булышлығында быйыл уҡ рәсми һәм эшлекле делегацияларҙың алты сәфәре ойошторолдо. Миҫал өсөн, Башҡортостан предприятиелары Минскиҙа үткәрелгән “Машиналар эшләү”, “Агрокомплекс”, Budexpo халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнашты. Уларҙың йомғаҡтары буйынса Белоруссия һәм Башҡортостан компанияларының 300-ҙән ашыу тармаҡ “би-ту-би” һөйләшеүҙәре ойошторолған. Ике яҡ компаниялары араһында яҡынса дүрт миллион долларға 11 контракт һәм 12 килешеү төҙөлдө, – тине Андрей Назаров.

Уның әйтеүенсә, ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн сентябрҙә Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченконың визиты мөһим булды, унан һуң Өфө эргәһендә Минск автомобиль заводының яңы дилер үҙәге асылды, шулай уҡ “Өфө” индустриаль паркында “Амкодор” компанияһының ауыл хужалығы ҡорамалдары сығарыу буйынса заводын төҙөүгә старт бирелде.

Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы Гомель өлкәһе өсөн иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә төп партнер булып тора.

– Гомель өлкәһе менән Башҡортостандың иҡтисади хеҙмәттәшлеге лә ыңғай динамикаға эйә. Һигеҙ айҙа тауар әйләнеше 1,8 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Үҫеш 170 процент тәшкил итә. Экспорт һәм импорт күләмдәренең бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал тип иҫәпләйем, бының өсөн мөмкинлектәрҙе анализлайбыҙ. Гомель өлкәһе Башҡортостанға “Гомсельмаш” ауыл хужалығы техникаһын, мал аҙығы йыйыу, иген урыу комбайндарын поставкалау менән ҡыҙыҡһына. Һеҙҙең республика – предприятиеның өҫтөнлөклө партнеры, продукция Башҡортостан аграрийҙары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Үҙйөрөшлө техника даими ташыла, уларҙа урынлашҡан дилер үҙәктәре аша ла һатыуҙар алып барыла, – тине Иван Крупко.

Ултырышты дауам итеп, Андрей Назаров хәҙерге геосәйәси конъюнктура шарттарында Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһында конструктив эшмәкәрлекте үҫтереү һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһимлеген билдәләне.

– Ныҡлы дуҫлыҡ һәм һөҙөмтәлелек мөнәсәбәттәре беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Киләһе йылдың июнендә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумы уҙғарыла. Был партнерлығыбыҙҙы үҫтереү, киңәйтеү, башланған проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшереү һәм хеҙмәттәшлектең яңы офоҡтарын билдәләү өсөн яҡшы сәбәп. Гомель өлкәһен форумда ҡатнашырға саҡырам, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.

Хөкүмәт етәксеһе билдәләүенсә, Беларусь Башҡортостан өсөн беренсе партнер булып тора, шуға күрә республика төбәктәр араһында үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәр булдырылыуын теләй.

– Бөгөнгө килешеүҙәр һаны беҙҙең теләккә тап килә. Сәфәр сиктәрендә республика предприятиелары араһында 1,3 миллиард һумға яҡын суммалыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Шулай уҡ беҙ төҙөлөш, Гомель өлкәһен сода менән тәьмин итеү һәм республиканың айырым иҡтисади зоналары резиденттары менән алмашыу өлкәһендә өйрәнеү өсөн яңы йүнәлештәр билдәләнек, – тине Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19089/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас