Иҡтисад
10 Октябрь 2022, 13:30

Тармаҡты яңыртыу дауам итәсәк

2022 йылдың туғыҙ айында аграрийҙар яҡынса туғыҙ миллиард һумға 2 350 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.

Тармаҡты яңыртыу дауам итәсәкТармаҡты яңыртыу дауам итәсәк
Тармаҡты яңыртыу дауам итәсәк

Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2022 йылдың туғыҙ айында аграрийҙар яҡынса туғыҙ миллиард һумға 2 350 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Атап әйткәндә, Башҡортостан хужалыҡтарына 680-дән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, 303 трактор, 140 иген йыйыу комбайны килтерелгән. Иң күп һатып алыуҙар күләме - Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Илеш райондарында.

– Лизинг программалары буйынса йыл башынан төбәктә 3,3 миллиард һумға 540 берәмек техника һатып алынған, шул иҫәптән “Росагролизинг” аша - 418. “Росагролизинг” аша поставкалар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә, – тине Илшат Фәзрахманов.

Вице-премьер урып йыйыу кампанияһы барышында комбайндарға һәм башҡа машиналарға йөкләмәнең юғары булыуын билдәләне. Шуға күрә техник паркты артабан модернизациялау һәм тулыландырыу зарур. Бының өсөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы октябрь башында “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында ике килешеү төҙөнө. Петербург трактор заводы менән “Кировец” тракторҙарына һәм запас частарына биш процент күләмендә ташлама биреү тураһында килешелгән. Ә Минск трактор заводы менән – Башҡортостан биләмәһендә тракторҙар йыйыу өсөн заманса техника һәм машина комплекттары килтереү тураһында.

– Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтары “Алтын көҙ” эшлекле программаһында әүҙем ҡатнашты. Уның йомғаҡтары буйынса республика сираттағы тапҡыр агросәнәғәт күргәҙмәһендә гран-при яуланы, – тине Илшат Фәзрахманов.

Вице-премьер 10 октябргә аграрийҙарҙың иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәренең 98,5 процентын эшкәртеүен дә хәбәр итте. Республикала бөтәһе 5,1 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған.

Башҡортостан Башлығы ауыл эшсәндәренә һөҙөмтәле урып-йыйыу кампанияһы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Аграрийҙарыбыҙҙы 9 октябрҙә уҙған Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән республика “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә тәҡдим иткән тармаҡта ҙур уңыштарға өлгәште, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта юғары уңышты эшкәртеү өсөн яңы агротехника һатып алыуҙы дауам итеү мөһим. Биш миллион тонна игендең тулайым йыйымы уны һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Киләһе урып йыйыу кампанияһына тиклем был ҡеүәттәрҙе етди үҫтерергә кәрәк.

Фото: ria.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас