Иҡтисад
11 Октябрь 2022, 11:13

Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы төбәк

Республиканың артабанғы үҫешен күҙаллау.

Бөгөнгө иҡтисадтың ауыр шарттар кисереүе һәр кемгә мәғлүм – бөтә донъяла әленән-әле ҡабатланып торған ҙур көрсөктәрҙән алып һәр төрлө санкцияларға хәтлем бөтәһе лә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ҡалмай. Ошондай хәлдә беҙҙең республика иҡтисады үҙен нисек тоя? Гәзитебеҙҙең ошо темаға ҡағылышлы һорауҙарына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм  МОРАТОВ яуап бирә.

  

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй төбәктәрендәге  инвестиция мөхитенең торошо буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләренә арналған сарала сығыш яһап, былай тигәйне: “Беҙҙең республика – инвестициялар һалырға, тыныс эшләргә, үҙеңде аңлауҙарына өлгәшергә һәм иптәштәрсә мөнәсәбәт урынлаш­ты­рырға мөмкин булған төбәк”.  Республикала инвесторҙарҙы ошолай юғары баһаларға мөмкинлек бир­гән ниндәй шарттар тыуҙырылған, Башҡортостандағы инвестиция сәйәсәте артабан нисек үҫешәсәк?

– Эйе, ысынлап та, республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн әүҙем эш бара. Милли инвестиция рейтингы күрһәткестәре буйынса былтырҙан алып тәүге биш төбәк иҫәбендә булыуыбыҙ ошоно раҫлай.

Был рейтинг отчетынан күреүебеҙсә, бизнес беҙҙең эшмәкәрлеккә юғары баһа биргән. Мәҫәлән, төҙөлөшкә рөхсәт биреү буйынса Башҡортостан биш балдан 4,65-те алды, күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡты теркәүҙә – биш балдан 4,84 бирелгән, эшмәкәрлекте лицензиялау, төбәктең электр селтәренә тоташтырыуҙа беҙгә 4,9 балл ҡуйғандар.  Беҙҙә шулай уҡ газ үткәргестәр, һыу тәьминәтенә һәм йыуынты һыуҙы түгеүгә тоташтырыу буйынса балдар ҙа юғары. Шулай итеп, Башҡортостан төҙөлөшкә рөхсәт алыу, милек хоҡуғын теркәү, электр һәм газ үткәргестәргә тоташтырыу эше иң тиҙ башҡарылған төбәктәр иҫәбенә инә, ә был иһә эшҡыуарлыҡ өсөн мөхитте яҡшыртмай ҡалмай.

Бынан тыш, бизнес беҙҙең Инвестиция порталын да яҡшы баһаланы. Унда инвестор эшҡыуарлыҡ өсөн кәрәкле мәғлүмәт таба, хеҙмәтләндереүгә заявка бирә, үҙенең проблемалары тураһында хәбәр итә ала.

Бөгөн эшләп килгән коллегиаль орган – Башҡортостан Республикаһының Инвестиция комитеты – барлыҡ төбәктәр араһындағы иң яҡшы ғәмәл тип табылды. Бынан тыш, ошо рейтингка ярашлы, төбәгебеҙҙә контролдә һәм күҙәтеүҙә булған ойошмалар һәм шәхси предприятиеларҙың өлөшө кәмегән.

Шулай уҡ бизнес-шерифтар институты ла Башҡортостанда эшлеклелек мөхитен булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Улар – муниципаль берәмектәр башлыҡтарының инвесторҙар эшмәкәрлегенә ярҙам иткән урынбаҫарҙары. Бизнес-шерифтар экспорт­ҡа йүнәлеш тотҡан компанияларҙы асыҡлай һәм эшҡыуарҙарҙың шәхси ярҙамсылары сифатында сығыш яһай.

Атап әйткәндә, улар эшҡыуарҙарға бизнесҡа ярҙам итергә тейешле инфраструктура менән хеҙмәттәшлектә барлыҡҡа килгән проекттарға эҙмә-эҙлекле булышлыҡ итеүҙе тәьмин итә. Шулай уҡ финанс институттары һәм дәүләт власының башҡарма органдары менән бәйләнеш һәм артабанғы хеҙмәттәшлектә ярҙам күрһәтә. Был эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы йәки финансҡа бәйле булмаған яҡлау, банк продукттары алыу, инфраструктура проблемаларын һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе хәл итеү форсатын бирә.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡорт­остандың эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса тәжрибәһен юғары баһаланы һәм Стратегик башланғыстар агентлығына беҙҙең был тәжрибәне бизнес-шерифтар менән бәйле йүнәлештәрҙә файҙаланырға ҡушты.

 

– Төп күрһәткестәр нигеҙендә Башҡортостан 2022 йылдың беренсе яртыһы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Рейтингты төҙөүселәр быны төбәк етәкселегенең үҙ ваҡытында тейешле ярҙам саралары күреүе һәм төбәк иҡтисади системаһының тотороҡлолоғо менән аңлата. Ниндәй саралар тураһында һүҙ бара һәм беҙҙең республиканың иҡтисади системаһын нисек тасуирларға була?

– Быйылғы йылдың тәүге яртыһында ябай булмаған геосәйәси һәм конъюнктура шарттарында ла беҙ Башҡортостандың иҡтисади әүҙемлеген һаҡлап ҡала алдыҡ.  Ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыуҙа һәм эшкәртеүҙә, электр энергияһы етештереүҙә күрһәткестәргә түбәнәйергә ирек бирелмәне, шулай уҡ төҙөлөштәге күрһәткестәр байтаҡҡа яҡшырҙы. Быға республика предприятиелары менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыу, иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашырыу булышлыҡ итте. Машиналар эшләү, дарыу саралары, мебель, резина һәм пластмасса әйберҙәр етештереү тармаҡтары йылдың беренсе яртыһын ырамлы тамамланы.

Төҙөлөштә ыңғай динамика һаҡланып ҡалыуын да билдәләү мөһим. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 1,5 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырылды, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 11,1 процентҡа күберәк. Торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында.

Республиканың төҙөлөш тармағын үҫтереү ҡоралдарының береһе – инфраструктура бюджет кредиттары (ИБК). Башҡортостандың уның буйынса раҫланған бюджеты 19 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Унан файҙаланып, беҙ ике проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш алып барабыҙ. Беренсе проект – Нефтекама ҡалаһындағы таҙартыу ҡоролма­ларын төҙөү һәм реконструкциялау. Уның буйынса ИБК хаҡы 3,5 миллиард һум булды. Икенсе проект –  “Өфө ҡалаһының көньяҡ ҡапҡаһы”. Был маҡсаттарға бүленгән инфраструктура бюджет кредиттарының дөйөм суммаһы 16,1 миллиард һум тәшкил итте. “Көньяҡ ҡапҡа” проектында транспорт һәм юл инфраструктураһын яңыртыу буйынса етди эш башҡарыла. Ул, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, яңы ҡала биҫтәләренең транспорт уңайлылығын да хәл итә аласаҡ. Аҡсалата ярҙам  нигеҙендә ошоларҙы башҡарыу күҙаллана:

– юл инфраструктураһының биш объектын төҙөү, был  Өфө ҡалаһының көньяҡ йүнәлештәге транспорт ағымдарын төрлө яҡҡа бүлгеләргә һәм Көньяҡ сығыу юлын бушатырға мөмкинлек бирәсәк;

– “Кузнецов затоны” биҫтәһендә 2200 урынлыҡ мәктәп һалыу;

– төҙөлөш барған биҫтәләрҙе хеҙмәт­ләндереү өсөн ҙур класлы автобустар һатып алыу.

Башҡортостандың иҡтисади тотороҡ­лолоғон һаҡлап ҡалыу өсөн республикала үҙ ваҡытында көрсөккә ҡаршы шарттарҙың бығаса булмаған ҙур пакеты ҡабул ителде. Ул республика   иҡтисадының бөтә төп секторҙарын да – сәнәғәтте, агросәнәғәт комплексын, сауҙаны һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе, туризмды, төҙөлөштө, транспортты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһен, экспорт-импорт операцияларын – үҙ эсенә ала. Был пакеттың үҙҡиммәте бөтәһе 54 миллиард һумдан күберәк тәшкил иткән 150-нән ашыу саранан тора. Ул саралар исемлегендә һалым преференцияларын, ташламалы заемдарҙы һәм субсидияларҙы, грант ярҙамын, ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ағымдағы һәм инвестиция эшмәкәрлеге өсөн тотонолған сығымдарын ҡаплауҙы һәм башҡаларҙы һанап китергә мөмкин.

Инвестиция ҡануниәтен үҫтереү, эшҡы­уарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, инвесторҙар менән айырым “нөктә”ләрҙә эшләү беҙгә төбәктәрҙең ҙур көнәркәшлеге шарттарында Стратегик башланғыстар агентлығының  инвестиция мөхите буйынса Милли рейтингында алдынғы төбәктәр рәтендә ҡалырға  мөмкинлек бирҙе.

 

– Сентябрҙә “Башагромаш” пред­приятиеһы республиканың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнаш­ҡан 141-се предприятиеһы тип иғлан ителде. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ғына тәжрибә туплаусы булараҡ, Министрлыҡ уның һөҙөмтәләрен нисек баһалай? Ошо тәжрибә милли проекттың үтәле­шен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн нимәләр тәҡдим итә ала?

– Шуны билдәләгем килә: Башҡорт­останда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса эш бик әүҙем алып барыла.  Бөгөнгә беҙ ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса билдәләнгән планды арттырып үтәнек. Республикабыҙ Хөкүмәте 141 предприятие менән уларҙың ошо милли проектта ҡатнашыуы тураһында килешеү төҙөнө. Был республикаға ошо йылға билдәләнгән федераль пландағынан сирек тапҡырға күберәк тигән һүҙ.

Милли проектта ҡатнашҡан предприятие­ларҙың ике мең ярым тип әйтерлек хеҙмәткәре һәм төбәк командалары ағзалары һаҡсыл етештереү, маҡсаттарҙы декомпозициялау, етештереү процестарын ҡулай­лаштырыу нигеҙҙәре буйынса уҡыны. 83 етәксе “Етештереү лидерҙары” исемле идара күнекмәләрен яҡшыртыу программаһы буйынса уҡытылды. “Хеҙмәт етештереү­сәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың дөйөм иҡтисади йоғонтололоғон бер миллиард һумдан ашыу тип баһаларға мөмкин.

Милли проектта ҡатнашҡан компания­ларҙың эшен ҡараһаҡ, уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлегенә артыҡ ҙур сығым тотонмай ғына өлгәшеүен күрербеҙ. Анығыраҡ әйткәндә, улар хәҙер етештереү кәрәк-ярағын аҙыраҡ тотона, продукция берәмегенә киткән ваҡыт ҡыҫҡарҙы, логистика яҡшырҙы. Былар барыһы ла ахыр сиктә табыштың артыуына килтерә.

Дәүләт үҙ яғынан был милли проектта ҡатнашҡандарға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтә. Уның иҫәбендә Сәнәғәтте үҫтереү буйынса федераль фондтан бирелгән ташламалы заемды ла билдәләргә мөмкин: инвестиция маҡсаттарына биш йылға йылына бер процент түләү шарты менән 300 миллион һумға саҡлы бирелә. Вағыраҡ проекттар өсөн дә был Фондтан ошондай уҡ шарттарҙа 20 миллиондан 100 миллион һумға саҡлы   заем алыу форсаты бар. Милли проектта ҡатнашҡандар шулай уҡ ойошмалар табышына һалым түләгәндә инвестиция һалым ташламаһы рәүешендәге өҫтөнлөктәргә иҫәп тота ала.

 

– Өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре Башҡортостандың үҫешен тиҙләтеүҙә ниндәй әһә­миәткә эйә һәм ошо биләмәләрҙең уңышлы эшмәкәрлеге шарттарын нисек күҙаллайһығыҙ?

– Өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре – беҙҙең төбәктә уңайлы инвестиция мөхите булдырыу буйынса мөһим ҡоралдарҙың береһе. “Бәләбәй” һәм “Күмертау” тәүге өҫтөнлөклө биләмәләре 2016 йылда барлыҡҡа килгәйне, 2019 йылда “Белорет”, “Благовещен” һәм “Нефтекама” биләмәләре ойошторолдо. Уларҙағы резиденттар республика иҡтисадына 6,5 миллиард һум инвестиция һалды һәм 455 эш урыны булдырҙы. Өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ошоғаса бер предприятиенан торған биләмәләрҙә теркәлгән эшһеҙлек кимәленең кәмеүен билдәләйбеҙ. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә теркәлгән биш эшһеҙлек күрһәткесе биш йыл эсендә ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа кәмене.

Бындай өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләрендә һалым түләүҙең ябайлаштырылған системаһын ҡулланған резиденттар өсөн, республика башланғысына ярашлы, һалым ставкалары кәметелде. Минең ҡарашҡа, эшҡыуарҙар өсөн был шарттар ошо биләмәләрҙе үҙ проектын тормошҡа ашыра башлау өсөн һәйбәт дәртләндергес сара булып тора. Әлеге ваҡытта беҙ ”Бәләбәй” биләмәһе резиденттары тормошҡа ашырған инвестиция проекттарына минималь талаптарҙы кәметеү һәм күп кенә сикләүҙәрҙе бөтөрөү мәсьәләләре өҫтөндә эшләйбеҙ.

Беҙҙең өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә ғәмәлгә ашырылған проекттарға ҡағылышлы бер нисә миҫал килтерәм. Күмертау ҡалаһында май-экстракция заводы төҙөлдө. Благовещенда тегелмә мат етештерә башланылар. Бәләбәйҙә металл конструкциялар заводы эшкә ҡушылды.  Бынан тыш, Күмертауҙа нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү буйынса проектты тормош ашырыу эше дауам итә, Благовещенда күпер һалыу һәм юл төҙөү өсөн ҡулланылған йыйылма тимер-бетон конструкциялар етештерелә, Белоретта рессорҙар эшләү ойошторолдо.

Быйыл шулай уҡ Благовещенда ОZON компанияһының логистика комплексы, Нефтекамала һәм Благовещенда борсаҡты тулы циклда эшкәртеү буйынса проекттар өҫтөндә эш башланды, Белоретта ҡунаҡхана комплексы ойошторола.

 

– Билдәле булыуынса, беҙҙең республика Рәсәй Хөкүмәте ҡарама­ғын­дағы Аналитик үҙәк менән хеҙмәт­тәш­лек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был беҙҙең төбәктең иҡтисади үҫешенә нимә бирәсәк?

– Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән “Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитика үҙәге” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте араһында 2017 йылда килешеү төҙөлгәйне инде. Ул социаль-иҡтисади үҫеш, дәүләт идараһын камиллаштырыу, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт программалары өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.

2018 йылда Аналитика үҙәге Бөтә донъя банкы менән берлектә федераль һәм төбәк иҡтисади сәйәсәтенең үҙенсәлектәре, Рәсәй төбәктәренең иҡтисади ҡеүәте һәм уны йоғонтоло файҙаланыу тураһындағы ғәмәли тикшеренеү үткәрҙеләр һәм баҫтырып сығарҙылар. Ул шул иҫәптән Башҡортостан менән берлектә ойошторолған сараларҙы ла үҙ эсенә алды.

2020 йылда ла Башҡортостан Хөкүмәте менән ошо Аналитика үҙәге араһында килешеү төҙөлдө.  Был килешеү йомғаҡ­тарына ярашлы, хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләнек. Уларға Башҡортостандың Рәсәй дәүләт программаларын һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуының йоғонтололоғона баһа,  республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, республиканың федераль программаларҙа ҡатнашыуына анализ һәм күҙаллау, башҡа йүнәлештәр индерелгәйне.

Өлгәшелгән килешеүҙәргә ярашлы, Аналитика үҙәге ғилми-тикшеренеү эштәре үткәрҙе. Уларҙың һөҙөмтәһе төбәктең республика биләмәһендә милли проекттарҙы, федераль программаларҙы һәм башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген йәнләндереүгә йүнәлтелгәйне.

Ошо анализ беҙгә федераль ҡаҙнанан республикаға халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыу, төбәк инфраструктураһын үҫтереү, иҡтисадҡа ярҙам буйынса иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында йәлеп ителгән аҡсаның йоғонтоһон асыҡларға ярҙам итте. Бөтә был мәғлүмәттәр 2023-2024 йылдарға планлы осорҙоң заявкалар кампанияһына нигеҙ итеп һалынды.

Шулай итеп, 2022 йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтарына ярашлы, быйыл федераль ҡаҙнанан 145,9 миллиард һум йәлеп итә алдыҡ.  Был үткән йылдың шул уҡ осоронда федераль бюджеттан йүнәлтелгән сумманың өстән бер өлөшөнә күберәк.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас