

90-сы йылдарҙағы ауыр осорҙа Саҡмағош районында күмәк хужалыҡтарҙы тарҡатмай һаҡлап алып ҡалғандар. Бөгөн иһә улар уңышлы эшләй. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы Фәрғәт Ваһапов етәкселегендәге “Герой” ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы тәүгеләрҙән булып уңыш йыйыуҙы тамамлауға өлгәшкән. Әйткәндәй, ул йылдар дауамында райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе булып ҡала.
Уңыш – келәттә
– Хужалыҡтың 6300 гектар һөрөнтө ере булһа, быйыл уның ике мең гектарында ҡуҙаҡлы иген культуралары үҫтерҙек. Гектарынан уртаса 52 центнер уңыш алдыҡ. Борсаҡ, ужым һәм ярауай бойҙай, арпа, мал аҙығы культураларын үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эшләйбеҙ. 400 гектарҙа судан үләнен сәстек. Гибрид кукурузды силос һалыу өсөн йыл да үҫтерәбеҙ.
Күп йыллыҡ үләндәрҙән люцернаға өҫтөнлөк бирәбеҙ, ул 1740 гектар майҙанды тәшкил итә. Уны йылына ике тапҡыр сабабыҙ: тәүҙә – силосҡа, һуңынан бесән итеп.
Баҫыу эштәренә 9 августа уҡ төшкәйнек, сентябргә иген культураларын йыйып бөттөк. Әле силос һалыуҙы ла тамамланыҡ.
Ғөмүмән, хужалыҡ 10 мең тоннанан ашыу иген урып алды. Уның төп өлөшө мал аҙығына китә, шулай уҡ урындағы халыҡҡа ла һатабыҙ. Быйылғы иген күрһәткесе – хужалыҡ өсөн ғәҙәти күренеш, сөнки йыл да юғары уңыш йыябыҙ, – тип белдерҙе хужалыҡтың баш агрономы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Әғләм Хәмитов.
“Герой”ҙар үҫтерелгән барлыҡ массаны юғалтмайынса, тейешле бөтә талаптарҙы тайпылышһыҙ үтәп, мөмкин ҡәҙәр күберәк яҡшы сифатлы мал аҙығы әҙерләргә ынтыла. Әйткәндәй, Әғләм Әхләм улы хужалыҡтың һәр баҫыуын биш бармағы кеүек белә, шуға ла сәсеү-урыу эштәрен яҡшы ойоштороуға тос өлөш индерә. Ул инде 42 йыл агроном булып эшләй, шул иҫәптән баш агроном вазифаһында – 31 йыл.
Ялан батырҙары һынатмай
Хужалыҡ техниканы һәм матди базаны нығытыу йүнәлешендә туҡтауһыҙ эш алып бара. Ҡеүәтле алты тракторға өҫтәп, быйыл ике “Беларус” алғандар. Баҫыуҙа иген урыуға биш комбайн йәлеп иткәндәр. Комбайнсы Илвир Рәхимов йәш булһа ла һынатмай, ашлыҡты урыу буйынса алдынғылар рәтендә. Ә инде киң профилле механизатор Вадим Хилажев, Ринат Сәмиғуллин комбайнда ғына түгел, башҡа төр баҫыу эштәрендә лә хужалыҡтың таянысы, төп терәге булып ҡала. Комбайнсы Алик Камалов та иген һуғыуға тос өлөш индергән. Ул Себерҙә эшләп, хаҡлы ялға сығып, тыуған ерендә төпләнгән, әле хужалыҡта ярҙам итә. Рәнис Миңлеханов та Себерҙә эшләй икән, ул да ялға ҡайтҡас, комбайнға ултырған. “Беҙҙә эшкә ҡалырға уйы бар”, – тип фекерен уртаҡлашты баш агроном.
Әлеге мәлдә йәмғиәт яландарында өс трактор ер һөрөү менән мәшғүл. Тракторсы Роберт Вәлиевте маҡтап телгә алалар. Тәжрибәле хеҙмәткәр оҙаҡ йылдар бер урында эшләй. Шулай уҡ Ленар Хәбибуллин да – алмаштырғыһыҙ механизаторҙар иҫәбендә. Әйткәндәй, ул былтыр ер һөрөү буйынса республика конкурсында икенсе урынды яулаған һәм “Нива” автомобиле менән бүләкләнгән. Ер һөргән өсөнсө тракторсы Илназ Дауытов – йәш белгес, әммә ул да тәжрибәле хеҙмәттәштәренән һис тә ҡалышмай.
Күпләп һөт етештерәләр
“Герой” ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозында малсылыҡ менән һөтсөлөк төп йүнәлеш булып тора, шуға ла бында йылдан-йыл мал аҙығын әҙерләүҙе арттырыу йүнәлешендә эшләйҙәр. Тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнгән йәмғиәт көтөүҙе йыл һайын йәш таналар менән тулыландыра. Бөгөн хужалыҡта дүрт меңдән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы бар, шул иҫәптән уның 1500-ө – һауын һыйыры. Әле бер һыйырҙан көнөнә уртаса 32-33-әр килограмм һөт һауалар, ә көндәлек тулайым һауым 52 мең тонна самаһы тәшкил итә. Һыйыр ағының төп өлөшөн Бәләбәй һөт комбинатына тапшыралар, бер аҙын үҙҙәрендә ҡалдырып, төрлө ризыҡ етештерәләр, ауыл халҡына һатыуға сығаралар.
Йәмғиәттә быҙауҙарҙың үлеменә юл ҡуйылмай, әйткәндәй, яһалма ҡасырыу эше яҡшы ойошторолған. Йәш малҡайҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, йәғни улар заманса итеп төҙөлгән аҙбарҙа тора.
Хужалыҡ республика халҡын ит менән тәьмин итеүгә лә тос өлөш индерә. Малды үҙҙәренең махсус цехында һуйып, итте йәрминкәләрҙә, Тайнаш ауылындағы магазиндарға һатыуға сығаралар, шулай уҡ ит эшкәртеү комбинаттарына ла оҙаталар.
Заманса технологиялар индерелә
Быйыл хужалыҡ иген һаҡлау өсөн тағы ла бер бина төҙөгән. Ул иген культураларын елләтеү өсөн дә уңайлы. Әле заманса иген, ҡатнаш аҙыҡ, гранулалы мал аҙығын һаҡлау комплексы төҙөлә. Объект иген һаҡлау өсөн һигеҙ һауыттан торасаҡ. Уны “силос мискәһе” тип тә йөрөтәләр, әммә уның мал аҙығы булған силосҡа бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.
Силос мискәһе – цилиндр рәүешендәге һауыт, төбө ослайып тамамлана. Уның вертикаль хәлдә урынлашыуы, ҙур майҙанды биләмәйенсә, сеймалды күп күләмдә һаҡлау мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ бындай келәттәр игенде һәм башҡа мал аҙығын дым, ямғыр, ҡар кеүек тирә-яҡ мөхиттән һаҡлау кимәлен күтәрә.
Уңайлыҡтарын иҫәпкә алып, хужалыҡ ошондай һаҡлау келәттәрен төҙөргә ҡарар иткән дә инде. Был силос мискәләре киләһе йылдан файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, бөгөн йәмғиәт бөтә йүнәлештәрҙә лә уңышлы үҫешә. Бының сере ябай: хужалыҡта эште дөрөҫ ойоштора беләләр, ауыл эшсәндәренең хеҙмәте лайыҡлы баһалана, даими рәүештә дәртләндереү саралары ла күрелә. Был йәмғиәттең тәжрибәһе башҡаларға өлгө булып тора.
Рәмилә МУСИНА