

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урып-йыйыу эштәре тамамлана. Бөгөнгә республика майҙандарының 82 процентында уңыш йыйылған. 34 район бөртөклә һәм ҡуҙаҡлы культуралар буйынса эште теүәлләү өҫтөндә.
Эш буйынса алдынғылар – Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Виктория Абрамченко билдәләүенсә, быйыл Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә уңыш мул булған. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, уның күләме 140 миллион тонна тәшкил итәсәк, хатта 142 миллионға ла барып етеүе ихтимал. Былтыр был һан 121,4 миллион тонна булған. Бындай уңыш ауыл хужалығы тармағындағы ҡайһы бер көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә кәрәклеген күрһәтте: уңышты һаҡлау өсөн элеваторҙар һанын арттырыу, логистика һәм йөк ташыу мәсьәләләре киҫкен тора.
Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса 2030 йылға тиклемге стратегияға ярашлы, төрлө ауырлыҡтағы йөктө ташыу өсөн 14 судно төҙөү күҙаллана. Улар игенде осһоҙораҡ хаҡҡа ташыу өсөн ҡулланыласаҡ.
Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә. Был – Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең эҙмә-эҙлекле алып барылған сәйәсәте һөҙөмтәһе. Пандемия осоро, илдәге һуңғы хәл-ваҡиғалар шуны дәлилләне: һәр төбәктең ныҡлы аҙыҡ-түлек базаһы булырға тейеш. Башҡортостан был йәһәттән ҡуйылған талаптарҙы үтәне: ит, һөт һәм иген үҙебеҙҙә етәрлек күләмдә етештерелә. Бынан тыш, ауыл хужалығы тармағына күрһәтелгән ярҙам да үҫешкә тос өлөш индерә. Мәҫәлән, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағына ташламалы кредитлау өсөн 1 миллиард 176 миллион һумлыҡ субсидия лимитын билдәләне. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 3,3 тапҡырға күберәк.
– Бөгөнгә ҡарата республиканың ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр 19,6 миллиард һумлыҡ ташламалы, ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредит алыуға 608 ғаризаны хупланы. Тағы 268 миллион һумдан ашыу аҡса бар. Күптән түгел илдә төп ставка күләме кәмегәнгә күрә, субсидияның өҫтәмә лимиттарын сығарыу көтөлә. Был ауыл хужалығы ойошмаларына аҡса менән иркенерәк файҙаланырға һәм хаҡы түбән төшкән уңышты һатырға ашыҡмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов.
Йыл башынан республика аграрийҙары 7,3 миллиард һумға 2050 берәмек яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был йүнәлештә "Росагролизинг" компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Компания аша төбәккә ике миллиард һумға 305 берәмек техника алынған. Республикала тормошҡа ашырылған дәүләт ярҙамы саралары ла ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Республика ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам йүнәлештәренең береһе – малсылыҡ. Башҡортостан малсылыҡ продукцияһын етештергән иң эре төбәк булып тора һәм тоҡомло мал һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Әлеге ваҡытта республикала 83 тоҡомсолоҡ ойошмаһы иҫәпләнә, һөт йүнәлешендәге тоҡомло мал байтаҡ өлөштө биләй. Йыл башынан 1,1 мең баштан ашыу йәш һыйыр малы һатып алынған, шуларҙың 959 башы – һөтсөлөк йүнәлешендә. Йыл һайын республикала тоҡомло малсылыҡҡа етди дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Әйтәйек, быйыл ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә 344 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан – 67 миллион һум.
Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын әүҙем яңыртыу һәм алты ярҙам йүнәлешен берләштергән "компенсациялаусы субсидия" төшөнсәһе бар. Быйыл субсидиялар биреүҙең бер нисә үҙенсәлеге билдәләнгән. Анығыраҡ әйткәндә, заявкалар ҡабул итеү ваҡытының 10 календарь көнгә тиклем ҡыҫҡартылыуы, субсидиялар биреү һөҙөмтәләренә өлгәшеү ваҡытының оҙайтылыуы ихтимал. Бынан тыш, һалым бурысы буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыусыларға шарттар билдәләнгән.
Салауат ИСЛАҠАЕВ, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе:
– Бөтә категория хужалыҡтарында һыйыр малы һаны 27654 баш тәшкил иткән (2021 йылға ҡарата – 102,1 процент), шул иҫәптән һыйырҙар – 8923 баш (99,2%), сусҡалар – 339 баш (82,5%), һарыҡ һәм кәзәләр – 5578 баш (98,4%), аттар -– 827 баш (90,8%).
Хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында 3,4 тонна тереләй ауырлыҡта мал һәм ҡош-ҡорт үҫтерелгән, йәғни былтырғы кимәлгә ҡарата ауыл хужалығы предприятиеларының 98,3 процентында – ике мең тонна. Был уҙған йыл кимәленә ҡарата 97,7 процент тәшкил итә.
Районда – 33,2 мең тонна һөт, йәғни 2021 йылға ҡарата – 106 процент, ауыл хужалығы предприятиеларында 26 мең тонна һөт һауып алынған, был уҙған йылға ҡарата 107 процент тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиеларында бер һыйырҙан уртаса һауым 4114 килограмм тәшкил иткән – 4,7 процентҡа юғары. 25,5 мең тонна һөт һатылған, был уҙған йылға ҡарата – 103 процент, ауыл хужалығы предприятиелары – 22,3 мең тонна (101,8 процент), КФХ – 737,6 тонна (118 процент).
Үҫемлекселеккә килгәндә иһә 34 645 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары йыйып алынған, был дөйөм майҙандың 97 процентын тәшкил итә. Уртаса уңыш гектарынан 31,2 центнер тәшкил иткән, 108 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Бер нисә хужалыҡ юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, мәҫәлән, “Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уртаса уңыш гектарынан 42,6 центнер, ә тулайым йыйым 17 мең тоннанан ашыу тәшкил итә. Райондың һигеҙ хужалығы гектарынан 30 центнерҙан ашыу уңыш алған (“Уңыш”, “Әсән”, “Игенсе”, “Үҙәк”, “Йәнекәева”, “Кирова”, “ЗаирАгро”, “Еңеү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре).
Шулай уҡ быйыл район аграрийҙары 4936 гектар майҙанда техник культуралар (рапс, соя, көнбағыш, етен) урып-йыйып алды.
2022-2023 йылғы ҡышҡы осорға ете мең тонна бесән, 100 мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән.
Ужым культуралары 5044 гектар майҙанда (ужым арышы – 2154 гектар, ужым бойҙайы – 1242 гектар, тритикале – 1638 гектар) сәселгән.
2022 йылда район аграрийҙары 177 миллион һумға 45 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу эше планға ярашлы бара.
Урып-йыйыу барышында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән механизаторҙарҙы ла телгә алғы килә.
“Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторҙары, “Клаас-Тукано” комбайнында 4179 тонна иген һуғып алған Рөстәм Зарипов һәм 3670 тонна иген урған Хәлил Сәлмәнов; “Үҙәк” машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторҙары, 2465 тонна иген һуғып алған Радмир Тупиев менән “Макдон” 9352 үҙйөрөшлө сапҡысында 2000 гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары сапҡан Зәбир Ғилметдинов һәм башҡалар – ысын ялан батырҙары.
Лилиә НУРЕТДИНОВА