

12 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән осрашты. Көн тәртибендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм киләсәге булған берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Радий Хәбиров Ульяновск өлкәһе делегацияһына Республика көнө хөрмәтенә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге вәкилдәре Өфө һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларында булды.
– Ульяновск өлкәһе – республика өсөн мауыҡтырғыс уҙаҡташ. Беҙҙең төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек яйға һалынған, әммә уны үҫтерә һәм киңәйтә алабыҙ тип уйлайым, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы Ульяновск өлкәһенең мөһим иҡтисади биләмәләре эшенең һөҙөмтәлелеген, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеүен юғары баһаланы. Радий Хәбиров хеҙмәттәштәрен республика биләмәһендә Евразия иҡтисади үҙәген асыуҙа, төбәк-ара туристик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских хеҙмәттәшлек өсөн яңы өлкәләрҙе эҙләүгә ынтылыш барлығын әйтте.
– Башҡортостан – бай тәбиғәтле, етди иҡтисади ҡеүәтле, уңған халҡы булған үҙенсәлекле төбәк. Беҙ һеҙгә өлкәнең 15-кә яҡын предприятиеһы вәкилдәрен алып килдек һәм республика эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек буйынса аныҡ пландар билдәләнек. Ульяновск өлкәһе менән Башҡортостан компанияларының бер-береһенән өйрәнәһе ғәмәлдәре етерлек, шул иҫәптән импортҡа алмаш буйынса ла, – тине Алексей Русских.
Ульяновск өлкәһе губернаторы шулай уҡ республика делегацияһын үҙҙәренә саҡырҙы. Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә Ульяновск өлкәһенең тармаҡ ведомстволары менән даими эш кәңәшмәләре ойошторорға һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөргә ҡушты.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru