

2022 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 90 проценты маҡсатлы тотонолған, йәмғеһе ошо тармаҡҡа 248,5 миллиард һум ебәрелгән.
Был турала Рәсәй Федераль юл агентлығының Төбәк үҫеше һәм милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ етәксеһе Радик Фаразетдинов Мәскәүҙә үткән Юл агентлығы идараһы ултырышында белдерҙе.
— Хәҙер юл эштәрен башҡарыуҙың иң әүҙем осоро. Төп күләм 3-се квартал аҙағы - 4-се квартал башында файҙаланыуға тапшырыла. Бөгөнгә аҡсалата башҡарыу тураһында һүҙ барһа, Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 78 проценттан ашыуы маҡсатлы тотонолған, — тине транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Быйыл Башҡортостанда милли проект нигеҙендә 200 километрҙан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдар, туғыҙ күпер рәткә килтерелә.
Быйыл Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 6,2 миллиард һумдан ашыу аҡса ебәрелгән. Шул сығымдарҙың 3,6 миллиард һумдан ашыуы "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын тормошҡа ашырыуға тотонолған.
Һуңғы өс йылда Башҡортостанда ошо милли проектты тормошҡа ашырыу арауығында урындағы әһәмиәттәге 1151 километр йәмәғәт юлдары тәртипкә килтерелде. Өс йыл эсендә генә милли проектҡа 19,5 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан ете миллиард һум аҡса бүленгән.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.