

12 октябрҙә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русский министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, шулаҡ уҡ ике төбәк предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығында ҙур ултырыш үткәрҙе. Унда сәнәғәт кооперацияһы, машиналар эшләү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостандың Ульяновск өлкәһе менән татыу күршеләр бәйләнеше тарихы бай, ул фәнни-техник, сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы күп йыллыҡ килешеүҙәрҙә сағыла.
“Республика Ульяновск өлкәһенә яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек ебәрә. Һеҙҙән машиналар эшләү өсөн, шулай уҡ лак-буяу, трикотаж тауарҙары килтерелә. Ульяновск өлкәһе машиналар эшләү, станоктар төҙөү ҡеүәте менән дан тота, шуға ла сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү, беҙҙең предприятиелар араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү яғындабыҙ”, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры үҙ сығышында республиканың сәнәғәт ҡеүәте, иҡтисади хәле, “Алға” махсус иҡтисади зона мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы. Шулай уҡ республиканың оборона-сәнәғәт комплексы ҡеүәтен дә билдәләп үтте. Әйткәндәй, ул 35 предприятиены берләштерә. “Салауатбыяла” компанияһы Ульяновск автомобиль заводына ай һайын ике меңдән ашыу машина тупланмалары оҙата, ә үҙе был өлкәнән 30 мең кварцлы ҡом ала.
Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлек тотороҡло үҫештең нигеҙе булып тора.
– Башҡортостан Республикаһына ҙур делегация менән килдек. Ульяновск өлкәһенең 15-кә яҡын эре предприятиеһы башҡорт етештереүселәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу теләгендә юлланды. Күрһәтелгән төбәк мөмкинлектәре диапазоны киң: предприятиеларҙан алып авиация өлкәһенә тиклем, – тине Алексей Русских.
Киңәйтелгән ултырыш аҙағында унда ҡатнашыусылар, бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатын күҙ уңында тотоп, Башҡортостан менән Ульяновск өлкәһе хеҙмәттәшлегенең “Юл картаһы”н төҙөргә ҡарар итте.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru