Иҡтисад
12 Октябрь 2022, 14:30

Һәр йәһәттән дә отошло

Еңел сәнәғәт форум-күргәҙмәһе Өфө ҡалаһында 6-7 октябрҙә уҙҙы.

Һәр йәһәттән дә отошлоҺәр йәһәттән дә отошло
Һәр йәһәттән дә отошло

“Башҡортостан тауарҙары” проекты дипломанттары “ЛегПром-2022” тигән еңел сәнәғәте форум-күргәҙмәһендә ҡатнашты. Сара Өфө ҡалаһында 6-7 октябрҙә ойошторолдо.

"Республикабыҙ етештереүселәренең махсуслаштырылған форумда ҡатнашыуы предприятиеларҙы үҫтереү, тармаҡ оҫталарына осрашыу, индустрияны камиллаштырыу һәм төбәктең сәнәғәт ҡеүәтен арттырыу, кооперация бәйләнештәрен нығытыу йәһәтенән ныҡ отошло", – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Быйыл күргәҙмә экспозицияһын тулыландырыуға Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Ҡытайҙан 60 компания өлөш индергән. Ә “Башҡортостан тауарҙары” проекты дипломанттары яһалма тире, мебель, автомобиль трикотажы, мәктәп формаһы, медицина кейеме, балалар аяҡ кейеме һәм башҡаларҙы күргәҙмәгә сығарған. “Искож”, “Башформа”, “Ағиҙел”, "Сандра”, “Ишембай трикотажы” һәм башҡа ойошмаларҙың сифатлы тауарҙары менән танышҡан сара ҡунаҡтары.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас