Иҡтисад
12 Октябрь 2022, 15:45

Сибайҙа яңы подстанция төҙөләсәк

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә әйтелде.

Сибайҙа яңы подстанция төҙөләсәкСибайҙа яңы подстанция төҙөләсәк
Сибайҙа яңы подстанция төҙөләсәк

12 октябрҙә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Сибай ҡалаһында 500 киловольтҡа иҫәпләнгән подстанция төҙөү буйынса кәңәшмә үткәрелде. Сарала идара ағзаһы – “Интер РАО” йәмғиәтенең Инновацияларға, инвестицияларға, сығымдарға идара итеү буйынса блок етәксеһе Валерий Мургулец, профилле министрлыҡтар вәкилдәре, шулай уҡ Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары ҡатнашты.

- Беҙҙең Урал аръяғы үҫеше буйынса пландарыбыҙ ҙур. Беҙ уларҙы системалы рәүештә тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл 2030 йылға тиклем биләмәнең социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын раҫланыҡ. Йөк ҡеүәте дүрт миллион тоннаға тиклем булған “Сибай – Подольск – Яңы руда” тимер юлы төҙөлөшө күҙаллана, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Урал аръяғындағы тармаҡтарҙы, эшкәртеү һәм металлургия сәнәғәтен әүҙем үҫтереү планлаштырыла. Шулай уҡ “Урал” туристик-рекреация зонаһын булдырыу буйынса эш бара.

- Бөгөн Урал аръяғы райондарына өҫтәмә 300 мегаватт энергия талап ителә. 500 киловольтҡа иҫәпләнгән яңы подстанция төҙөү ҡаралған. Был энергияға ҡытлыҡты бөтөрөү һәм киләсәккә еткереү мөмкинлеген бирә, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе подстанция һәм тимер юл селтәре төҙөлөүенең “Башҡортостандағы Урал аръяғының инфраструктуралы үҫеше” проектына инеүе хаҡында әйтте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Идара ағзаһы – “Интер РАО” йәмғиәтенең Инновацияларға, инвестицияларға, сығымдарға идара итеү буйынса блок етәксеһе Валерий Мургулец үҙ сығышында “Интер РАО” төркөмөнөң төп маҡсаттарының береһе - йылылыҡ станцияларының генерация ҡоролмаларын заманлаштырыу федераль программаһын тормошҡа ашырыу икәнлеге хаҡында әйтте. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн инвестиция күләме 16 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Ул шулай уҡ компанияның Башҡортостандың социаль тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, спортты үҫтереүгә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеүгә, бер нисә экологик проектты тормошҡа ашырыуға бүлеүе хаҡында белдерҙе.

- Яңы проект менән әүҙем шөғөлләнергә, республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә техник үҙенсәлектәр хаҡында һөйләшергә, инвестиция ресурсын Башҡортостан үҫешенә йүнәлтергә әҙербеҙ. Ҙур, ҡыҙыҡлы проект, шуға тәҡдимде хуплайбыҙ, эшләргә әҙербеҙ, - тине Валерий Маргулец.

Кәңәшмәгә һығымта яһап, Башҡортостан Хөкүмәте Поемьер-министры һәм идара ағзаһы – “Интер РАО” йәмғиәтенең Инновацияларға, инвестицияларға, сығымдарға идара итеү буйынса блок етәксеһе тарафынан проекттың “юл картаһы”н эшләргә тигән ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта быйыл ноябрҙә һөйләшеү көтөлә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас