Иҡтисад
12 Октябрь 2022, 10:45

Тиҙҙән беҙҙә ҙур сара көтөлә

 Йәш сәнәғәтселәр клубы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары етәкселәрен берләштереү майҙансығы һанала. 

Тиҙҙән беҙҙә ҙур сара көтөләТиҙҙән беҙҙә ҙур сара көтөлә
Тиҙҙән беҙҙә ҙур сара көтөлә

14 октябрҙә Башҡортостанда Йәш сәнәғәтселәр клубының төбәк вәкиллеге асыласаҡ. Вәкиллекте асыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йәш сәнәғәтселәр менән осрашыуы ваҡытына тура килә. Сарала Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан вәкилдәрҙең, һәм әлбиттә, Башҡортостандан да рәсми кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә.

– Беҙҙең министрлыҡ төбәктә сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү һәм тармаҡты үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡара, – тине республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Санция шарттарында илебеҙҙә кооперация сылбырын булдырыуға ҙур әһәмиәт бирҙек, әле лә шулай. Йәш сәнәғәтселәр клубы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары етәкселәрен берләштереү майҙансығы һанала.

Александр Шельдяев әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан сәнәғәтселәре Бөтә Рәсәй йылдың йәш сәнәғәтселәре Премияһында ҡатнашҡан. ТОП-10 тигән исемлегендә өс предприятие етәксеһе бар. Шулар араһына Туймазы ҡалаһынан “Корона” фабрикаһының директор урынбаҫары Алмаз Мамлеев та ингән, ул икенсе урынды алған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас