Иҡтисад
13 Октябрь 2022, 12:15

Андрей Назаров шатлығы менән бүлеште

Пилотһыҙ дрондар ниндәй мөһим дүрт йүнәлештә ҡулланыласаҡ? 

Андрей Назаров шатлығы менән бүлештеАндрей Назаров шатлығы менән бүлеште
Андрей Назаров шатлығы менән бүлеште

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҡшы яңылыҡ менән бүлеште.

– Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы киләһе йылдан Башҡортостанда, өс йылға иҫәпләнгән, пилотһыҙ дрон ҡорамалдары өсөн эксперименталь режимды эшкә ҡуша, – тигән Андрей Геннадьевич. – Ысынлап та, Башҡортостанда пилотһыҙ дрондар тармағын булдырыу һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар етерлек. Инфраструктура, үҫеш һәм финанстар институты, кадрҙар һәм ғилми эшләнмәләр, эшҡыуарҙарға һәм инновацияларға дәүләт ярҙамы системаһын үҫтереү, етештереү предприятиелары, шулай уҡ бизнес-партнерҙар шуға асыҡ миҫал. Төбәктә был производствоны урынлаштырыуға улар әҙер.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостанда эксперименталь хоҡуҡ режимы сиктәрендә хәл ителә торған өҫтөнлөклө мәсьәлә – ауырлығы 30 килограмдан артҡан пилотһыҙ авиация системаһын эксплуатацияға булған сиктәрҙе бөтөрөү. Ундай эксперименталь хоҡуҡ режим илебеҙҙең биш субъектында бар. Ә Башҡортостанда мөһим айырмалыҡ бар – пилотһыҙ дрондар йөктө алып барып тапшырыуҙан айырмалы, авиахимик эштәрҙе башҡара, ауыл хужалығындағы ҡоротҡостар менән көрәшкәндә уларҙың ярҙамы ҙур.

Андрей Назаров дүрт мөһим йүнәлеште атаған. Беренсенән, ауыл хужалығы. 2025 йылға хәтлем донъя баҙарында был тармаҡтың күләме 5,7 миллиард доллар буласаҡ. Икенсенән, урман хужалығы. 2025 йылға хәтлем донъя баҙарында был тармаҡтың күләме 1,3 миллиард доллар буласаҡ. Өсөнсөнән, линия объекттарына мониторинг үткәреү. Традицион метод менән сағыштырғанда хаҡты алты тапҡырға төшөрәсәкбеҙ. Дүртенсенән, йөк ташыу. 2027 йылға хәтлем донъя баҙарында был тармаҡтың күләме 7,4 миллиард доллар буласаҡ.

Фото: Андрей Назаров.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас