

Башҡортостанда пассажирҙар ташыу тармағында төп предприятие булған “Башавтотранс”, федераль законға ярашлы, оҙаҡламай акционерҙар йәмғиәтенә әйләнергә мөмкин.
Эксперттар билдәләүенсә, был ҡануниәттә иҫкәрмәләр ҙә бар, ләкин “Башавтотранс” өсөн уларҙы ҡулланыу форсаты юҡ. Шуға күрә 2025 йылға тиклем предприятие эшен туҡтатырға йәки үҙгәрергә бурыслы. Әлбиттә, был көслө һәм социаль яуаплы предприятиены бер кем дә туҡтатырға йыйынмай. “Республика Башкортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың иҡтисад өлкәһен реформалаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияһы “Башавтотранс”ты 2021–2023 йылдарҙа акционерҙар йәмғиәтенә йәки яуаплылығы сикләнгән ширҡәткә әйләнергә тейешле предприятиелар исемлегенә индерергә тәҡдим итте.
“Башавтотранс” 21 филиалдан тора, уның мөлкәт комплексы бик ҙур, шуға күрә үҙгәртеү процесы ла тиҙ генә башҡарыла алмаясаҡ, әммә үҙгәрештәр барғанын пассажирҙар һиҙмәйәсәк, тип ышандыра транспорт тармағы белгестәре.
Фото: resbash.ru.