

«Башҡортостан продукты» проекты дипломанты “Экологик продукттар” кооперативы һәм «Магнит» федераль сауҙа селтәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Уға ярашлы "Магнит" селтәре магазиндарында проектта ҡатнашыусының продукцияһы менән "Фермер утрауҙары" булдырыла.
— Халыҡ араһында фермерҙар етештергән продукцияға ихтыяж арта бара. Хәҙер беҙҙең һатып алыусыларҙың экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте яҡындағы магазинда һатып алыу мөмкинлеге булыуына шатмын, — ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
«Экопрод» хужалығы ҡош-ҡорт, йылҡы һәм һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Предприятие тулы етештереү циклын булдырыуға өлгәшкән. Кооператив сеймалды эшкәртеү, ярымфабрикаттар әҙерләү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтахана төҙөгән.
Кооператив ассортиментына йылҡы ите һәм иттән бешерелгән, ыҫланған, киптерелгән, туңдырылған продукция инә.
Бөгөнгө көндә "Экопрод"тың республикала өс фирма магазины бар. Өфө ресторандары менән хеҙмәттәшлек итәләр. "Магнит" сауҙа селтәре магазиндарына сығыу – яңы йүнәлеш.
«Экопрод» һәм «Магнит» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек 2018 йылдың мартында башлана. Бөгөнгө көндә Өфөлә ете фермер магазины бар.
– Һатып алыусыға яҡындағы магазиндан сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу ни тиклем мөһим икәнен күрәбеҙ. Шуға ла беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – магазин кәштәләрендә фермерҙар, урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән аҙыҡ-түлектең төрөн киңәйтеү. 2021 йыл аҙағына ғына “Магнит” селтәрҙәренә тауарын тәҡдим иткән фермерҙар һанын 2,5 тапҡырға, ә продукцияһы әйләнешен 10 тапҡырға арттырыуға өлгәштек, - тине “Магнит” сауҙа селтәре директоры Павел Пономарев.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһындағы "Магнит" кәштәләрендә урындағы етештереүселәрҙең өлөшө 25 процентҡа етә.
Киләсәктә хеҙмәттәшлек тәжрибәһе рәсмиләштереләсәк һәм махсуслаштырылған VI "Беҙҙең бренд-2022" күргәҙмәһендә "Башҡортостан продукты" проектының "Сауҙа мәктәбе" семинар сиктәрендә башҡаларға өлгө булараҡ күрһәтеләсәк.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.