Иҡтисад
13 Октябрь 2022, 11:15

Ер аҫтын файҙаланыуҙа тәртип булырға тейеш

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәксеһе Евгений Петров менән осрашты.

Ер аҫтын файҙаланыуҙа тәртип булырға тейешЕр аҫтын файҙаланыуҙа тәртип булырға тейеш
Ер аҫтын файҙаланыуҙа тәртип булырға тейеш

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәксеһе Евгений Петров менән осрашты.

Ер аҫтын файҙаланыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған был кәңәшмәлә федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ республиканың ер аҫтын файҙаланыусылар ҡатнашты.

Андрей Назаров билдәләүенсә, республика ҙур холдингтар – Урал тау-металлургия компанияһы, “Полиметалл” , “Мечел” Башҡортостан сода компанияһы, “Хайдельберг Цемент Рус” эшләй. Барлығы республика биләмәһендә федераль буйһоноуҙағы 670 лицензия буйынса эшләйҙәр.

“Беҙ Баймаҡ һәм Учалы райондарында алтын сығарыусыларҙың эшендәге хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Федераль агентлыҡҡа мәғлүмәт ебәрҙек”, – тине Премьер-министр.  “Роснедра”ның уларҙы лицензиянан мәхрүм итеү буйынса процедураны башлауы мөһим. Боҙолған ерҙәрҙе рекультивациялау мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Һуңғы ике йылда ғына ла ошо тәңгәлдә килетерлгән зыян 1,5 миллиард һумға еткән.

“Роснедра”ға ер аҫтын файҙаланыу ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр ҙә ебәрелгән. Уларҙың асылы шунда – федераль лицензия алғанға саҡлы предприятиелар ер биләмәһенең хоҡуҡи хужаһының ризалығын алырға һәм урындағы үҙидара органдары менән тейешле килешеү төҙөргә тейеш.

Евгений Петров Башҡортостан Хөкүмәтенә сифатлы һәм йоғонтоло хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан биләмәһендә ер аҫтын файҙаланғанда Рәсәй ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса алып барылған эштең һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас