

Ульяновск өлкәһенең предприятиелары Өфө компрессор заводын деталдәр менән тәьмин итергә бөгөндән әҙер. Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика менән инновациялар министры Александр Шельдяев һәм Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских Өфө предприятиеларына сәфәр ҡылды, унда импортҡа алмаш мәсьәләләре тураһында һөйләшеү булды. Ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Өфө компрессор заводын ҡараны.
– Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ульяновск өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү бар, – тине республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика менән инновациялар министры Александр Шельдяев. – Ульяновск өлкәһенә беҙ дизель яғыулығы, мазут, бензин, аҙыҡ-түлек тауары ташыйбыҙ. Үҙ сиратында, улар беҙгә еңел һәм йөк автомобилдәре, буяу материалдары, трикотаж, медицина ҡоролмалары килтерә. Беҙҙә уртаҡ эштәр бихисап. Ульяновск өлкәһенең иҡтисадының нигеҙен етештереү тәшкил итә, төп тармаҡ – машина төҙөлөшө. Эшлекле визит барышында беҙҙең предприятиелар импортҡа алмаш, индустриаль кооперация һәм инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
Өфө компрессор заводында ҡунаҡтар компрессор станцияһының йыйыу участогын, компрессорҙарҙы, конструктор бүлеген ҡараны. Түңәрәк өҫтәлдә иһә ҡыҙыу һөйләшеү ойошторолдо.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.