

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ульяновсктан килгән делегация менән осрашыу тураһындағы яҙма менән уртаҡлашты.
- Башҡортостан менән партнерлыҡ тураһында ҡыҙыҡһыныусы төбәктәр артҡандан-арта. Бөгөн беҙ Ульяновск өлкәһенән губернатор Алексей Русских етәкселегендәге делегацияны ҡабул иттек. Шулай уҡ авиациянан алып инжиниринг өлкәһе компанияларына тиклем 15 эре сәнәғәт предприятиенан да килделәр. Улар республиканың ҙур сәнәғәт майҙансыҡтарын ҡараны, индустриаль кооперация һәм үҙ-ара продукция менән тәьмин итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ульяновск өлкәһе предприятиелары Өфөнөң компрессор заводын кәрәкле деталь менән тәьмин итергә әҙер.
Ульяновск өлкәһе үҙенең машиналар эшләү һәм станоктар төҙөү компетенциялары менән ғорурлана. Алексей Русских менән импортты алмаштырыу һәм сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү саралары тураһында һөйләштек.
Ульяновск станоктар төҙөү заводына Башҡортостанда әле булдырыу өҫтөндәге станоктар төҙөү кластерына инергә тәҡдим ителде. Ульяновск өлкәһе беҙҙең республика базаһындағы Евразия иҡтисади үҙәген булдырыуҙа ла ҡатнашасаҡ.
Бөгөн Башҡортостанда ҡеүәтле оборона-сәнәғәт комплексы эшләп килә, ул 35 предприятиены берләштерә. Коллегалар ошо өлкәлә лә хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынды. “Салауатбыяла” ай һайын Ульяновск автомобиль заводына 4,8 миллион һумлыҡ ике меңләп машина комплекты сығара. Үҙ сиратында ул Ульяновск өлкәһенән 30 мең тонна тирәһе кварцлы ҡом һатып ала.
Беҙҙең Башҡортостандың “Инмаш” предприятиеһынан Ульяновск станоктар төҙөү заводына һынау рәүешендә шариклы-винтлы тапшырғыстар оҙатыу ойошторолдо. “Станоктар төҙөү” фәнни-производство берекмәһе менән “Авиастар – самолет производствоһы” авиатөҙөлөш заводы араһында ла хеҙмәттәшлек бар.
Беҙҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле һәм оҙайлы булһын өсөн һәр предприятие буйынса Юл картаһын булдырырға килештек.
Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.