

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың көслө сәнәғәт предприятиеларының береһе “Башнефтегеофизика” коллективын 90 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотланы. Бына нимә тип яҙҙы ул:
“Предприятие тарихы 1932 йылдан башлана, ул саҡта республикала тәүге башҡорт нефте асыла. Был ваҡиға Башҡортостандың индустриаль үҫешенә башланғыс һалды.
Үҙ эшенә тоғро булған күп быуын талантлы геофизиктар республикабыҙҙа яңы ятҡылыҡтар эҙләү һәм асыуҙы тәьмин итте. Ошоноң арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан “Икенсе Баку”ға әүерелә. Ауыр һуғыштан һуңғы осорҙа предприятие төбәктең нефть һәм газ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Бөгөн ете мең белгес эшләгән “Башнефтегеофизика” – донъялағы ҙур нефть һәм газ сығарыу компанияларының ышаныслы партнеры. Ябай булмаған шарттарҙа предприятие, геофизик тикшеренеүҙәрҙең яңы алымдарын эшләп һәм производствоға индереп, әүҙем үҫешеүен дауам итә. “Башнефтегеофизика” коллективы Волга-Урал төбәгендә, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә, Яҡутстанда, Тиман-Печорала, Таймырҙа һәм Ямалда, Заполярьела ҡатмарлы проекттар башҡара.
Еңел булмаған хеҙмәт, оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ өсөн ветерандарға, компания етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәтемде белдерәм! “Башнефтегеофизика” коллективына именлек һәм билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем!”
Фото: "Бәйләнештә.