Иҡтисад
13 Октябрь 2022, 08:15

Яңы объекттар асыҡланған

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм үҙмәшғүлдәргә ҡуртымға биреү өсөн милек объекттарын асыҡлау буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Яңы объекттар асыҡланғанЯңы объекттар асыҡланған
Яңы объекттар асыҡланған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы үҙмәшғүл граждандарға биреү өсөн яраҡлы өҫтәмә объекттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырҙы, уның йомғаҡтары буйынса “Кесе һәр урта предприятие” корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте версияһы буйынса иң яҡшы төбәктәр исемлегенә инде.

– Контроль нөктәне тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса корпорация Рәсәй субъекттары араһында йыйылма отчет әҙерләне, улар араһында алдынғы төбәктәр – Ленинград, Мурманск, Силәбе, Волгоград өлкәләре һәм Башҡортостан Республикаһы билдәләнгән, – тип хәбәр итте БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин.

Үткәрелгән саралар үҙмәшғүл граждандарға тәҡдим итеү өсөн яраҡлы өҫтәмә объекттарҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәләр буйынса 12 муниципаль берәмектә 26 учреждениела һәм предприятиела 68 объект асыҡланған.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19105/

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас