Иҡтисад
14 Октябрь 2022, 11:30

Ҡанаттарың талмаһын, “Ансат”!

Санитар авиация тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ғүмер өсөн көрәш барғанда һәр минут ҡәҙерле. 2021 йылда Башҡортостандың санитар авиацияһы пациенттарға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында 145 осош яһаны, ә быйыл – 120 тапҡыр. Вертолет һигеҙ айҙа 124 пациентты дауаханаға килтерҙе, тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Көн һайын вертолеттарҙың ауыр сирлеләрҙе республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән баш ҡала дауаханаларына ашығыс рәүештә килтереүе, белгестәрҙең райондар­ҙағы хеҙмәттәштәренә ҡатмарлы осраҡтарҙа ярҙамға осоуы тура­һында яҡшы хәбәрҙарбыҙ.

Яңыраҡ Өфөнөң акушер-гинекологтары “Ансат” вертолетында Мә­сәғүт дауаханаһына хеҙмәттәш­тәренә ярҙамға ашыҡты. Әсә бу­лырға йыйынған ике ҡатынды ашығыс рәүештә баш ҡала дауа­ханаһына илтергә тура килде... Ҡариҙел районында юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән 11 йәш­лек пациентты ла санавиация ярҙамында нейрохирург, реаниматолог һәм неврологтар менән берлектә Республика балалар клиник дауаханаһына килтерергә ҡарар ителде. Нефтекама ҡалаһынан ваҡытынан алда етлекмәй тыуған сабыйҙың ғүмере һаҡлап ҡалынды. Бындай миҫалдарҙы тағы ла әллә күпме килтерергә мөмкин булыр ине.

Санитар авиация ғүмерҙәренә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы алыҫ райондарҙан, төпкөл ауылдарҙан дауаханаларға тиҙерәк илтеү өсөн тәғәйенләнгән дә инде. Вертолет бортында пациентты профилле клиникаға алып барып еткергәнгә тиклем күҙәткән, ярҙам күрһәткән реаниматолог һәм шәфҡәт туташы-анестезиолог уның сәләмәтлеге һағында тора.

Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөм­тәһендә мөмкин булды. “Ҡанатлы” ашығыс ярҙам ҡарамағында ике “Ансат” вертолеты һәм алты реанимобиль бар.

Бөтә тейешле ҡорамал менән йыһазландырылған һауа судноларын һатып алыу республикала санитар авиацияһының үҫешенә яңы һулыш бирҙе. Быға тиклем пациент­тарҙы “Ан-2” самолеттарында һәм “Робинсон” вертолеттарында эва­куацияларға тура килгән. Тик улар ауыр хәлдәге пациенттарҙы илтеү өсөн яраҡлы булмаған. Өҫтәүенә самолеттар теләгән һәр ерҙә ултыра алмаған, улар өсөн осош-ултырыу һыҙаты кәрәк. Генераль директорҙың авиация эштәрен ойоштороу буйынса урынбаҫары Ренат Усманов әйтеүенсә, ике генә урынлыҡ “Робинсон”дарҙа пациенттарҙы эвакуациялау мөмкин түгел, ә “Ан-2”-не ултыртыу өсөн кәм тигәндә ҡыр­сынлы юл талап ителә. “Ә “Ансат” ҙур булмаған майҙанға бик еңел генә ултыра ала, һауала осҡан мәлдә үк урынды һайларға мөмкин, алдан әҙерлек тә кәрәкмәй”, – ти етәксе.

Санитар авиация хеҙмәтен өс подразделение башҡара: өлкәндәрҙе Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре хеҙмәтләндерә, балаларға ярҙамға Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары ярҙамға килә, ә перинаталь үҙәк коллективы ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға, яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар янына ашыға. Санитар авиацияға район һәм ҡала дауаханаларынан консультация һорап шылтыратырға ла, белгестәрҙе саҡыртырға ла мөмкин. Табиптарҙы йыш ҡына ҡатмарлы операцияларҙы үткәреүҙә ярҙам итергә саҡыралар. Бары ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа урында ярҙам итеү мөмкинлеге булмағанда пациенттарҙы Өфөгә килтерәләр.

– Беҙ нисек эшләйбеҙ? Мәҫәлән, хирургия профиле буйынса саҡырыу килһә, шунда уҡ дежур табип менән бәйләнешкә инәбеҙ, пациент тура­һындағы мәғлүмәтте тапшырабыҙ. Белгес юлға сығырға кәрәкме-юҡмы, башҡа профилдәге табиптар ярҙа­мына мохтажлыҡ бармы – тиҙ арала хәл итә. 30-40 минут эсендә бригаданы туплап, ҡуҙғалабыҙ, – ти Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының санитар авиация бүлеге мөдире Феликс Саҡаев.

Реанимобилдәр ҙә йыш ҡулла­ныла. Мәҫәлән, осоу өсөн һауа шарттары уңайлы булмағанда. Айырыуса яҙғы-көҙгө осорҙа яуым-төшөм, томан, көслө ел вертолеттарға һауаға күтәрелергә ирек бирмәй. Респуб­ликаның географик яҡтан ҡатмарлы­лығы ла осош өсөн өҫтәмә ауыр­лыҡтар тыуҙыра, ти пилот Рөстәм Ҡотлояров. Бер үк ваҡытта вертолеттар ҙа, “Ашығыс ярҙам” машиналары талап ителгән мәлдәр ҙә булып тора. “Благовар районында пассажир автобусы менән бәре­лештә алты кешенең һәләк булыуы хәтерегеҙҙәлер. Авария урынына бер юлы бер нисә бригада сыҡты, беҙ ике пациентты вертолетҡа алдыҡ, өс кешене автомобилдә дауаханаға илтергә тура килде. Травматологтар, урологтар һәм хирург­тарҙың ярҙамы кәрәк булды”, – ти Феликс Саҡаев.

Санитар авиация республиканан ситтә лә эшләй. Башҡа өлкәләрҙәге дауаханаларға ниндәйҙер сәбәп менән эләккән яҡташтарыбыҙҙы эвакуацияларға ла тура килә.

Әйткәндәй, санитар авиация станцияһы Ғ. Ҡыуатов исемендәге дауахана эргәһендә 1936 йылда төҙөлгән. Вертолет майҙансыҡ­тарының береһе тән бешеү үҙәге районында, икенсеһе – хәҙерге “Торатау” конгресс-холы урынында, өсөнсөһө “Аҡбуҙат” ипподромы янында урынлашҡан булған. 1989 йылдың 4 июнендәге Оло Тәләк эргәһендәге тимер юлда поездарҙың бәрелеше һөҙөмтәһендәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ул саҡта республи­каның санитар авиацияһы кеше­ләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бик ҙур эш башҡара. Өфөлә тән бешеү үҙәге эргәһендә ашығыс рәүештә майҙансыҡ ойошторола, аҙаҡ ун көн дауамында бәләгә тарығандар өсөн республика райондарынан донор ҡаны килтерелә. Ул саҡта һауаға бөтә санитар авиацияны күтәрәләр, ундан ашыу судно эшкә ҡушыла.

Бөгөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге санитар авиация бүлегенең диспетчер хеҙмәте тәүлегенә уртаса 70-80 мөрәжәғәт ала. Логистика ентекле уйлап эшләнгән. Ике “Ансат” вертолеты алыу менән Өфөлә ике майҙан әҙерләнде. Уларҙың береһе – перинаталь үҙәк биләмәһендә, икен­сеһе Зорге урамындағы Башҡорт­остан дәүләт медицина университеты клиникаһы менән йәнәш урынлашҡан. Әле тағы бер осош майҙаны тән бешеү клиникаһы биләмәһендә төҙөлөп ята. Белгестәр йышыраҡ “Йәшел сауҡалыҡ” биләмә­һендәге  осош зонаһын ҡуллана. Сит-ят күҙгә салынмау, осраҡлы кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәү, табиптарҙың эшенә ҡамасауламау өсөн был урын уңайлыраҡ, ти медицина хеҙмәткәрҙәре. “Эргәлә генә бала табыу йорто, 22-се дауахана, балалар клиникаһы, кардиодиспансер, ҡан биреү станцияһы. 21-се ҡа­ла дауаханаһы ла, үҙебеҙҙең Ғ. Ҡы­уатов исемендәге республика дауа­ханаһы ла алыҫ түгел”, – ти бүлексә мөдире Феликс Саҡаев. Майҙан­сыҡтың уңайлы урынлашыуы коман­даға тиҙ йыйынырға мөмкинлек бирә. Һауа суднолары баш ҡала аэропорты биләмәһендә “йәшәй”, диспетчер­ҙан хәбәр килеү менән, борт перинаталь үҙәккә килеп етә, табиптарҙы үҙе менән алып, тәғәйенләнгән ергә йүнәлә.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылға Башҡортос­танда ун  санитар авиация вертолеты майҙансығынан торған территориаль селтәр булдырыласаҡ. Өфөлә – өс, Баймаҡта, Белоретта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Стәр­ле­тамаҡта, Асҡында һәм Мәсәғүттә берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Был табиптарға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән ауырыуҙарға ашығыс медицина ярҙамы күрһә­тергә, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостанда санитар авиация эшмәкәрлеге шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы федераль субсидиялар иҫәбенә лә финанслана.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас