Иҡтисад
14 Октябрь 2022, 08:12

“Эшебеҙҙән кинәнес алабыҙ”

“Һәр биләмәлә – беҙҙең күңел йылыһы”

Эльдар Фәттәхов фотоһы.Эльдар Фәттәхов фотоһы.
Фото:Эльдар Фәттәхов фотоһы.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙ “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы етәксеһе Айнур Кашапов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. “Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы” коллективы һөнәри байрамдарын лайыҡлы күрһәткестәр менән ҡаршылай.

Алты район – Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ауырғазы, Федоровка, Ғафури һәм Ишембай биләмә­ләрендәге 2880 километр юлды төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу – тулыһынса уларҙың яуаплы­лы­ғында. Ҡыш – ҡарҙан, боҙҙан та­ҙартыу, яҙ – ремонтлау, йәй һәм көҙ миҙгелдәрендә яңы юл һалыу, төҙөкләндереү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн бар көстәрен һалалар. Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла улар­ҙың тырышлығы менән яңы юлдар һалынды һәм ремонтланды.

– Юл хужалығы хеҙмәткәр­ҙәренең һөнәри байрамы йылына бер тапҡыр ғына билдәләнә, әммә уларҙың эше көндәлек, сөнки юлдарҙы даими тәртиптә тотоу, бөтә төр автомобиль юлдарын ремонтлау, төҙөү һәм реконструкция­лау – беҙҙең иңдә. Шулай уҡ бүтән ойошма-предприятиеларҙың биләмәһенә асфальт түшәүҙе һәм төҙөкләндереүҙе лә 371 кеше намыҫ менән башҡара. Яҡшы юлдар – ул уңайлылыҡ һәм хәүеф­һеҙлек сараһы ғына түгел, ке­шеләрҙең именлеге һәм йәшәү сифаты ла, – тип һүҙен башланы Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы директоры Айнур Марс улы.

Белеүебеҙсә, юл төҙөлөшөнөң сифаты күпселек осраҡта асфальт-бетон заводының ышаныслы эшләүенә бәйле. Бына Стәрле­тамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идара­лы­ғының биш асфальт-бетон заводы торбаларынан һәр ваҡыт ҡара төтөн сыға. Улар – Ғафури, Федоровка, Стәрлебаш райондарында, икәүһе – Стәрлетамаҡ ҡа­лаһында. Тимәк, юлдарҙы төҙөк­лән­дереү йыл әйләнәһенә дауам итә. Юлдар тигеҙ булһын өсөн барыһы ла эшләнә.

– Хәҙерге ТТМ заводтары бөгөн сәғәтенә 120-шәр тоннаға яҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы етеште­рә, – тип билдәләне Айнур Кашапов.

Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙө­лөш идаралығы бөтә федераль программаларҙа ла, милли һәм төбәк проекттарында ла ҡатнаша. Ойошмала бик яҡшы техник база булдырылған.

Предприятие балансында алты берәмек асфальт һалыусы комплекслы техника (катоктары менән бергә), 82 берәмек үҙ бушатҡыслы техника бар. Тағы ла башҡа төр юл-төҙөлөш техникаһы 350-гә яҡын.

– Ҡайһы саҡ тәүлектәр буйы эшләргә тура килә, беҙҙең өсөн айырыуса көсөргәнешле осор – ҡышҡы айҙар, бурандар һәм көслө ҡар яуған ваҡыт, – тине Айнур Марс улы. – Әлбиттә, барлыҡ эште лә сифатлы башҡарыу коллективтың берҙәмлегенән тора.

Был йәһәттән беҙҙең эшселәр – Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының төп көсө һәм ышанысы, тип әйтә алам. Бында бик күп йылдар рәттән эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр бихисап.

Башҡа ойошмаларҙағы кеүек үк, кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе лә бар, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, юл-төҙөлөш хеҙмәткәренең эше бик ауыр, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Был һөнәрҙе һайлағандар, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт тышта йөрөргә мәжбүр. Ә күптәр бит бындай эш шарттарына түҙә алмай. Сәбәбе шулдыр, тип уйлайым, йәштәр хәҙер еңел эш эҙләй, – ти тәжрибәле етәксе.

Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы быйыл ҡалала туғыҙ урамдың юлдарын ремонт­лаһа, район буйынса 9,3 километр тәшкил иткән өс объектта ремонт эшләгән. Барыһы алты район буйынса ремонт-төҙөлөш эштәре тамамланған, тағы ла 19 объектта эш дауам итә.

Стәрлетамаҡ идаралығы һәр заказды үҙ ваҡытында һәм сифатлы үтәй. Һәр күрһәткес һәм һан ниге­ҙендә – хеҙмәткәрҙәрҙең фиҙакәр көндәлек хеҙмәте. Уларҙың һәр ҡайһыһы – кәрәкле һәм әһәмиәтле эш оҫтаһы. Бында хатта ғаиләләре менән эшләүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Зөләйха менән Фәнис Юлбары­ҫовтар Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында 25 йылға яҡын эшләй. Фәнис ағай – тракторсы-машинист, Зөләйха апай иһә – юл эшсеһе.

“Нисә йыл буйы бер үк эшкә күмелеү ялҡытманымы?” тигән һорауыма улар:

– Һис тә ялҡытмай, киреһенсә, хеҙмәтебеҙҙән ҙур кинәнес алабыҙ. Эшебеҙҙең урыны ла даими алмашынып тора бит, кемдәрҙер йылдар буйы кабинетта ултыра, ә беҙ бөгөн бер юлда булһаҡ, иртәгәһенә – икенсе урамда. Бында эшебеҙҙе һәр саҡ күрәләр, баһалайҙар. Ошолай оҙаҡ йылдар бер үк эште баш­ҡарыу үҙебеҙгә оҡшай, юлдарға беҙҙең күңел йылыһы һалына, – ти Юлбарыҫовтар ғаиләһе.

- Гөлкәй ҠЫУАТОВА

Читайте нас