

Юлдар – йәшәү кимәлебеҙҙең бер күрһәткесе. Уларҙың төҙөк, тигеҙ булыуын тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тәьмин итә.
“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Бөрйән юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшсәндәре өсөн дә быйылғы йыл һөҙөмтәле. Руслан Денисламов етәкселегендәге был ойошма барлығы 450 километр оҙонлоғонда юлды хеҙмәтләндерә. Тармаҡта тир түгеүселәрҙең хеҙмәт даирәһе киң: юлдарға асфальт түшәү, ремонтлау, юл ситтәрендәге үләндәрҙе сабыу, күперҙәрҙе төҙөкләндереү, билдәләр ҡуйыу йәки алмаштырыу, ҡышҡы осорҙа ҡарҙан таҙартыу һәм башҡа бик күп эш башҡаралар.
Юлдар ҡарҙан ваҡытында таҙартылһын өсөн Бөрйән юлсылары иртәнге сәғәт дүрттән эш башлай. Дежурлыҡ тәүлек әйләнәһенә ойошторолған, кәрәк саҡта төндә лә улар эш һағында.
Идаралыҡ ҡарамағында барлығы 45 берәмек техника бар. Һуңғы осорҙа ғына яңы экскаватор, грейдер, юл катогы, еңел машина алынған.
Идаралыҡ етәксеһе әйтеүенсә, быйыл туғыҙ айҙа юлдарҙа 220 миллион һумлыҡ эш башҡарылған, план 112 процентҡа үтәлгән. Тармаҡ эшсәндәре тырышлығы менән байтаҡ юл биләмәләре яңыртылған. Мәҫәлән, Яңы Усман ауылында генерал Шайморатов урамында, Ғәҙелгәрәйҙә – Майҙан урамында, Исламбайҙа иһә Хәмит Хәйбуллин урамында ағымдағы ремонт эшләнгән.
Юлдарға асфальт түшәү буйынса ла күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр бар: “Иҫке Собханғол – Мораҡ” автомобиль юлында, дөйөм алғанда, барлығы 21 километр оҙонлоғондағы юлға асфальт һалынған. Ҡотан, Ғәҙелгәрәй, Ырғыҙлы, Исламбай ауылдары ла асфальтлы. Район үҙәгендә Шәйехзада Бабич урамындағы парктың йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҙә быйылғы эштәр рәтендә.
Коллектив бәләкәй түгел, юлдарҙы хеҙмәтләндереүҙә 100-ләп кеше тир түгә. Улар араһында йәштәр ҙә, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, “КамАЗ” водителе Рөстәм Сәлих улы Сафин, юл эшсеһе Мәжит Зәкәриә улы Ҡолдәүләтовтың эш стажы 20 йылдан арта.
Бөрйән юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Руслан Рафиҡ улы берҙәм, татыу коллективтың ҡуйылған бурыстарҙы үҙ ваҡытында башҡарыуын билдәләне.
– Хеҙмәт күрһәткестәре – тотош коллективтың уртаҡ уңышы. Беҙҙә үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр тупланған, шуға ла һынатҡандары юҡ. Хеҙмәттәштәремде байрамыбыҙ менән ҡотлап, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләренә именлек теләйем. Эшебеҙ киләсәктә лә алға барһын, районда юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшырһын, – тине ойошма етәксеһе.
Әйткәндәй, Руслан Денисламов юл ремонт-төҙөлөш идаралығына 2017 йылдан етәкселек итә. Тырыш хеҙмәте өсөн былтыр РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Был тармаҡта көс түккән хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығы менән юлдарҙың уңайлылығы ғына түгел, именлеге һәм хәүефһеҙлеге лә хәстәрләнә. Уларға эштәренең һәр ваҡыт ырамлы барыуын һәм үҙҙәренә лә хәйерле юлдар теләйбеҙ.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА