

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары һалыу, ремонтлау һәм тейешле кимәлдә тотоуға махсуслашҡан. Уның юлдары һәр миҙгелдә лә яҡшы хәлдә. Тотороҡлолоҡ һәм йоғонтолоҡ – идаралыҡтың оҙайлы йылдар дауамындағы эшмәкәрлегенә хас сифат.
Предприятиеға Хәлит Вәлиша улы Исҡужин етәкселек итә. Ул ошо коллективҡа килгәнсе етәкселек эшендә оло тәжрибә туплаған, тыуған ауылы Матрай ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған. Юл һалыу һәм ремонтлау системаһын биш бармағылай яҡшы белә, үҙ эшенең оҫтаһы һәм һәләтле етәксе.
Яуаплылыҡ һәм үҙ эшеңде яратып башҡарыу – Йылайыр юлсыларының уңышлы эшенең айырып алғыһыҙ ҡаҙаныштары. Эштең юғары сифатына һәм юйылғыһыҙ абруйға 90-дан ашыу хеҙмәткәр ярҙамында өлгәшелә. Штаттың ҙур өлөшө – тәжрибәле һәм һыналған кешеләр, әммә йәш кадрҙар ҙа коллективҡа уңышлы ҡушыла бара. Предприятиеның ғорурлығы булған һәм юғары наградалар алған һөнәрмәндәр Миңлебай Ишкилдин, Михаил Исаков, Александр Сударчиков, тракторсылар Хәлит Ғәббәсов, Александр Севастьянов, экскаваторсы Александр Кувшинов – яҡшы эшләүселәр рәтендә.
Быйылғы йылды предприятие яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Үткән һигеҙ айҙа башҡарылған эш күләме 100 миллион һум тәшкил итте.
Йылайыр юл-ремонт төҙөлөш идаралығының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн райондың барлыҡ ауылдары араһында тотороҡло хәрәкәт тәьмин ителә. Автомобиль юлдары һалғанда, уларҙы ремонтлағанда һәм тейешле тәртиптә тотҡанда етештереү техникаһы һәм технология камиллаша бара. Ҡыш көндәре юлдағы соҡорҙарҙы бөтөрөү өсөн һалҡын асфальт-бетон ҡулланыла. Ағымлы-инъекциялы ысул менән соҡорҙарҙы һәм асфальт-бетон япмаһындағы ярыҡтарҙы ремонтлағанда заманса машиналарҙы файҙаланалар.
Юлдарҙа яңы эш төрҙәре лә башҡарыла: сикләүсе тростар металл барьерҙарға алмаштырыла, яҡтылыҡты сағылдырған сигнал бағаналары ултыртыла, ике телдә мәғлүмәт-күрһәтмә юл тамғалары ҡуйыла. Юлдарҙың эстетик күренеше йылдан-йыл яҡшыра бара һәм, юл тармағындағы алдынғы технологияларҙы ҡулланып, Йылайыр идаралығы хеҙмәтләндергән биләмәлә автомобилдәрҙең өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итергә тейешле тотош саралар комплексы тормошҡа ашырыла.
120 саҡрым тирәһе “Йылайыр – Кананикольск – Ҡыҙларбиргән” маршруты бар, “Йылайыр – Байғужа” – 100 саҡрымдан ашыу, “Йылайыр – Дмитриевка” – яҡынса 60 саҡрым, “Йылайыр – Һабыр” – яҡынса 60 саҡрым.
– Беҙҙең идаралыҡ өс төркөмгә бүленгән юлдарҙы хеҙмәтләндерә, ә ул 510 километрға һуҙылған. Күҙ алдына килтерәйек әле, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай иҫәпләгәндә, республикабыҙҙың оҙонлоғо 550 километр. Беренсенән, төбәк ҡарамағындағы 110 саҡрым асфальт юл бар, икенсенән, муниципаль-ара юл – 195 саҡрым, ҡалғаны иһә, 205 километры, райондыҡы иҫәпләнә. Беҙ – Башҡортостанда территория ҙурлығы буйынса Белорет районынан ҡала икенсе урынды биләйбеҙ. Йылайыр аша “Магнитогорск – Ира”, “Юлдыбай – Аҡъяр – Сара” һәм “Йылайыр – Кананикольск – Собханғол” автомобиль юлдары үтә, – тине етәксе Хәлит Исҡужин.
– Район үҙәгенән 35 саҡрым алыҫлыҡта Исҡужа ауылы янында “Исҡужа карьеры” бар. Ул тулыһынса сеймал менән тәьмин итә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, уның ҡомо бик күп йылдарға етәсәк әле. Асфальт-бетон заводы ла гөрләп эшләп тора, йәйге айҙа көнөнә 300–400 тонна асфальт етештерә.
Предприятие коллективы социаль яҡтан яҡланған: эш өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, махсус кейем-һалым, хеҙмәт хаҡы район буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Бында эшләгәндәр райондың барлыҡ йәмәғәт, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүҙә йыл һайын тәүге урындарҙы ала.
Ә иң мөһиме – коллективта һәр саҡ эшлекле кәйеф хөкөм һөрә, Йылайыр юлсылары бөтә көсөн биреп эшләй һәм мөһим өлкәгә хеҙмәт итеүҙәрен яҡшы аңлай, сөнки яҡшы юлдар тоғро дуҫ кеүек, ышаныслы һәм өмөтлө.
- Г. СӘЛИХОВА