Иҡтисад
16 Октябрь 2022, 13:00

Байрамығыҙ менән, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!

Башҡортостандың юл селтәре — Волга буйы федераль округында иң оҙоно, ил буйынса иһә икенсе урында.

Байрамығыҙ менән, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!Байрамығыҙ менән, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!
Байрамығыҙ менән, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

"Бөгөн юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостанда был тармаҡта яҡынса 28 мең кеше эшләй. Улар - төҙөүселәр, инженерҙар, конструкторҙар. Меңәрләгән водителдең, пассажирҙарҙың һәм йәйәүлеләрҙең ғүмере, хәүефһеҙлеге, шулай уҡ етештереүҙең, йәмәғәт инфраструктураһының бөтә тармаҡтарының йылдам үҫеше юл төҙөүселәрҙең эш сифатына бәйле. Был һөнәргә ихтыяжды, уның юғары әһәмиәтен раҫлай.

Башҡортостандың юл селтәре — Волга буйы федераль округында иң оҙоно, ил буйынса иһә икенсе урында. Яҡынса 49 мең километр тәшкил итә, шуларҙың 800 километры - федераль әһәмиәттәге юлдар.

Республикала "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Шишмә һәм башҡа урындарҙа 1150 километрҙан ашыу юл ремонтланды, төҙөлдө. Уларға 19,5 миллиард һум аҡса инвестицияланған. Быйыл 200 километрҙан ашыу юл, туғыҙ күпер сафҡа индереләсәк. Төп проекттар араһында - Өфөнән М-5 федераль магистраленә сығыу юлын төҙөү, Өфөлә Зинин янындағы сиселештәр, Бөрө - Таҫтүбә - Һатҡы араһын төҙөкләндереү. Шулай уҡ популяр туристик объекттарға, иҫтәлекле урындарға алып барған, уҡыу-медицина учреждениелары эргәләрендәге юлдар ремонтланасаҡ.

Илдәге ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда юлдар иғтибар үҙәгенән төшмәй. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы арҡаһында планды арттырып та үтәйбеҙ.
Юл тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, муллыҡ һәм уңыштар теләйем!" – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фотолар Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас