Иҡтисад
17 Октябрь 2022, 07:30

Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған!

Бишбүләк районы фермеры Григорий Зиновьев быйыл 18 тонна продукция йыйып алған

Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған!Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған!
Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған!

Кемдер эш юҡ, тип ятҡанда икенселәр үҙ эшен асып, һарымһаҡ ултыртып, табыш ала. Шундайҙарҙың береһе Бижбүләк районы фермеры Григорий Зиновьев күптәргә өлгө булырлыҡ. 

Ул бынан дүрт йыл элек биш сутый майҙанға һарымһаҡ ултырта. Мул уңыштан ҡанатланып, киләһе йылына 10, унан 47 сутый сәсә. Быйыл иһә өс гектарҙан 18 тонна алыуға өлгәшә. Һарымһаҡтың килоһын 250 һумға һатам, уны һораусылар бик күп, ти фермер. Көҙҙән ул өс гектар һарымһаҡ ултыртҡан, яҙға йәнә шул тиклем сәсергә ниәтләнә.

Башҡортостанда был күләмдә һарымһаҡ етештереүсе башҡа бер ниндәй фермер ҙа юҡ. Рәсәй буйынса иң күп һарымһаҡ үҫтереүсе Белгород өлкәһенән Игорь Болтенков (70 гектар). Фермер үҙ эшен асыр алдынан Игорь Болтенковтың хужалығына барып, шәхсән танышып ҡайта. Әйткәндәй, донъяла үҫтерелгән һарымһаҡтың 75 проценттан ашыуырағы Ҡытай өлөшөнә тура килә.

Фото һәм текст сығанағы: Марат Әминев.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас