

Бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡшы яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында өсөнсө урын яулаған. Рейтингка йомғаҡ 14 октябрҙә Сочиҙа IV “Етештереүсәнлек 360” федераль форумы сиктәрендә яһалған.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” – мөһим милли проекттарҙың береһе. Башҡортостан өсөнсө урында. Беренселә – Краснодар крайы, икенселә – Ростов өлкәһе. Милли проектҡа йәлеп ителгән төрлө тармаҡ предприятиелары һаны буйынса беҙ билдәләнгән федераль пландан 30 процентҡа күберәк. Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлыҡтарынан был эште туҡтатмауҙарын һорайым, был бик һөҙөмтәле программа, – тине Радий Хәбиров.
Фото: merp.pnzreg.ru