Иҡтисад
17 Октября 2022, 17:45

Беҙҙә шәкәр етерлек кимәлдә

Раевка заводының генераль директоры Сергей Байғужин хәбәр итеүенсә...

Беҙҙә шәкәр етерлек кимәлдәБеҙҙә шәкәр етерлек кимәлдә
Беҙҙә шәкәр етерлек кимәлдә

17 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда Әлшәй районынан “Раевсахар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен үҫтереү мөмкинлектәре лә тикшерелде.

Раевка заводының генераль директоры Сергей Байғужин, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса предприятиеның табышы яҡынса ике миллиард һум тәшкил итте, был 2020 йылғы кимәлдән 1,4 тапҡырға юғарыраҡ, тип хәбәр итте.

– Беҙҙең келәт ҡеүәте 87 мең тонна етештерелгән продукцияны һаҡларға мөмкинлек бирә, – тине Сергей Байғужин. – 2022-2023 йылдар миҙгелен Бразилия шәкәрен эшкәртеүҙән башланыҡ, унан 36,5 мең тонна шәкәр етештерҙек. Республикала йыйылған шәкәр сөгөлдөрөнән өҫтәмә рәүештә 30 мең тонна шәкәр етештерелгән дә инде. 17 октябргә ҡарата эшкәртеү күләме былтырғы күрһәткестәрҙән 3,5 тапҡырға күберәк, ул 100 мең тоннанан ашыу шәкәр етештереү мөмкинлеге бирәсәк. Продукцияның 60 процент самаһын завод Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәренә ебәрә.

Производство технологияларына һалынған инвестициялар предприятиеның ҡеүәтен 1,5 тапҡырға арттырырға һәм сөгөлдөр эшкәртеү күләмен тәүлегенә 3-тән 4,5 мең тоннаға тиклем күбәйтергә мөмкинлек бирҙе.

– Төбәк дәүләт ярҙамы саралары беҙҙең предприятиеға 76 миллион һум күләмендә ҡорамалдар һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирҙе, – тип хәбәр итте “Раевсахар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. – 2022 йылда Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҙур ярҙам күрһәтте, ул хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү программаһы буйынса 15 миллион һум субсидия йүнәлтте. Был эш хаҡы кимәлен тотороҡло кимәлдә тоторға һәм кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.

Республиканың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2022 йылда республиканың барлыҡ шәкәр заводтары 275 мең тонна шәкәр етештерә. Йылына төбәк ихтыяжы 90 мең тонна тәшкил итә.

Башҡортостан Башлығы Раевка шәкәр заводы коллективына аҙыҡ-түлек баҙарын тулыландырыу буйынса эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Шәкәр – бик мөһим продукт. Республика баҙарында уның запасы һәр саҡ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ, заманса технологияларҙы иҫәпкә алып, шәкәр етештереүҙе модернизациялау программаһын әҙерләргә кәрәк. Республика яңы инвестиция проекттарына ярҙам итергә әҙер. Үҫешегеҙҙе дауам итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас