

Башҡортостан менән Беларусь республикалары артабан да бергә эшләйәсәк. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов күптән түгел Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән Гомель өлкәһе губернаторы Иван Крупконың төбәккә сәфәренә йомғаҡтар тураһында һөйләне.
Беларусь Башҡортостандың стратегик партнеры булып тора һәм ғәҙәттәгесә тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса өс лидер иҫәбенә инә. Башҡортостандың Беларусь менән хеҙмәттәшлеге буйынса саралар планы – иң ҙуры һәм 70-тән ашыу йүнәлеште үҙ эсенә ала.
– Уҙған аҙнала Роман Головченко һәм Иван Крупконың сәфәре йомғаҡтары буйынса хеҙмәттәшлек йүнәлештәренә айырым контракттар һәм килешеүҙәр өҫтәнек. Улар араһында – төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, күп ҡатлы парковкалар төҙөү өсөн комплектлаусы изделиелар поставкалау, яғыулыҡ ҡойоу станцияларын һәм автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын проектлау һәм әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек, Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте поставкалау, – тине беренсе вице-премьер. – Бөгөн белорус партнерҙар Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарында киң күрһәтелгән. Тағы ла бер амбициялы йүнәлеш – “Белоруссия тауарҙары” магазиндар селтәрен булдырыу. Алгоритм беҙгә аңлайышлы, был проектты төрөүгә һәм инвесторҙарға тәҡдимдәр индереүгә тиклем эшләйбеҙ.
Белоруссия етештереүселәре менән партнерлыҡ башҡа дуҫ булмаған илдәрҙән импортты алмаштырырға мөмкинлек бирә, тип билдәләнеләр кәңәшмәлә. Мәҫәлән, үткән аҙнала Башҡортостан нефть ҡорамалдары етештереүселәре өсөн 4 мең тонна йөйһөҙ торбалар ҡайтарыуға килешеүгә ҡул ҡуйылған. Бынан тыш, юғары технологиялы машиналар эшләү өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйылған.
“Амкодор” компанияһының заводын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу ҙа – айырым иғтибар үҙәгендә. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, әле офсет контракты шарттарында коммуналь техника етештереү буйынса икенсе заводты эшкәртәләр. Айырым бурыс – МАЗ компанияһын локалләштереү – бында берлектәге проектты өс этапта тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеп килешелгән. Был проект өсөн Башҡортостандың потенциаль партнерҙары табылған да инде.
Бынан тыш, ике республика араһында ауыл хужалығы тармағында үҙ-ара эш итеү көсәйтелә. Һүҙ аграр-ғилми кооперация, шулай уҡ сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙар етештереү буйынса проектты тормошҡа ашыра башлау хаҡында бара.
Фото: politring.com