Иҡтисад
17 Октябрь 2022, 07:15

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйә

“Беҙ тышҡы иҡтисади йүнәлештәге эште көсәйттек, дуҫ илдәрҙәге ышаныслы партнерҙар менән бәйләнештәрҙе нығытабыҙ”

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйәТышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйә
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйә

“Беҙ тышҡы иҡтисади йүнәлештәге эште көсәйттек, дуҫ илдәрҙәге ышаныслы партнерҙар менән бәйләнештәрҙе нығытабыҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә, быйылғы ете ай йомғаҡтарына ярашлы, тышҡы сауҙа әйләнеше 31 процентҡа артҡан. Был осраҡта сеймал менән бәйле булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспорттың артыуы мөһим.

Төркиә, Беларус, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан инвесторҙары үҙ проекттарын тап беҙҙең республикала тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул итә, ти Радий Хәбиров. Бөгөн уларҙың дөйөм суммаһы 9,5 миллиард һум булған берлектәге проекттары ғәмәлгә индерелеү өҫтөндә. Бында республиканың тышҡы иҡтисади блогының һәм ошо илдәрҙәге Башҡортостан вәкилдәренең хеҙмәте ҙур.

“2024 йылға Башҡортостан вәкилдәренең һигеҙ дәүләттә эшләүен планлаштырабыҙ”, тип яҙа республика етәксеһе.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас